Тынғыһыҙ йоҡо, борсолсоуҙар, ҡурҡыу хистәрен тойһағыҙ, электән килгән ғәҙәти ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ.
Әгәр өйҙә ваҡытта үҙегеҙҙе насар хис итһәгеҙ, бер сәбәпһеҙ борсолһағыҙ, күңелегеҙҙе ҡурҡыу хисе арбап алһа, ғаиләгеҙҙә юҡтан да тауыш сыҡһа йәки төндә насар йоҡлаһағыҙ, түбәндәге ысулдар ярҙамында өйөгөҙҙө насар энергиянан таҙартып ҡарағыҙ.
* Йортто йәки фатирҙы яуыз кешеләрҙән, бозом һәм күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн әрем бәйләмен ишек өҫтөнә элергә кәрәк. Былай эшләгән вакытта әрем һеҙҙе көнсөл кешеләрҙән дә, тыштан керерлек төрлө насар уйҙарҙан да һаҡлап торор.
* Бер нисә ботаҡ кипкән әсе әремде ваҡлағыҙ ҙа, тимер табаға һалып, быҫҡытып яндырып ебәрегеҙ. Табаны алып, төтөнләп торған әрем менән бүлмәнең һәр мөйөшөн әйләнеп сығығыҙ. Әрем төтөнө йорттан барлыҡ насар энергияны ҡыуып сығарһын өсөн мөйөш һайын: "Яман күҙҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман эштәрҙән", тип ҡабатлап әйтһәгеҙ ҙә була.
*Алама энергетикалы кеше менән аралашҡандан һуң, әрем төнәтмәһе яһап ванна кереү файҙалы булыр. Ул саҡта тәнегеҙ генә түгел, күңелегеҙ, йәнегеҙ ҙә таҙарып, еңеләйеп китер.