Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы Советы депутаттарының 5-се ултырышы үтте. Унда ауыр тормош хәлендәге уҡыусы балаларға туҡланыу өсөн компенсацияны арттырыу төп һорау булып торҙо.
Мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев аңлатып үтеүенсә, быға тиклем муниципаль районда социаль яҡтан яҡлауға мохтаж ғаиләләрҙән 200 балаға туҡланыу өсөн көнөнә 50-шәр һум компенсация ҡаралған булған. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән санитар талаптарға ярашлы был сумманы арттырыу кәрәклеге тыуҙы. Компенсация күләмен көнөнә 55 һумға тиклем күтәреү муниципаль район бюджетынан өҫтәмә рәүештә 169 мең һум сығымды күҙаллауҙы талап итә. Дөйөм алғанда, 2021 йылда был социаль ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн сығымдар 1 миллион 860 һум тәшкил итәсәк. Депутаттар был ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул итте. Ғаиләгә һәм балаларға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе махсус комиссия хәл итә, улар һәр мәктәптә булдырылған. Ултырышта шулай уҡ балалар баҡсаларына түләүгә компенсация күләме ҡаралды. Мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеһында төркөм 10 сәғәтлек эш режимы буйынса эшләгән осраҡта түләү көнөнә 105 һум тәшкил итә. Күп балалы ғаиләләргә иһә түләү осһоҙораҡ - 88 һум.
Инвалидлығы билдәләнгән, туберкулез интоксикацияһы булған һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, етемдәр балалар баҡсаһы хеҙмәттәре өсөн бөтөнләй түләмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаиләлә бәлиғ булмаған балалар күмәк булған һайын компенсация ла ҙурыраҡ. Шулай баҡсаға йөрөгән бер бала өсөн айлыҡ түләүҙе 20% күләмендә компенсациялау ҡаралған. Әлеге көндә был яҡынса 350 һум тәшкил итә. Ике бала өсөн - 50% (874 һум), ә өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн 70% (1224 һум) ташлама ҡаралған.
Муниципаль район Советының социаль һорауҙар, хоҡуҡи тәртип һәм йәмәғәт берләшмәләре эше буйынса даими комиссияһы был ҡарарҙар үтәлешен контролдә тоторға бурыслы.