Һуғыш ауырлыҡтарын кисергән оло быуын йәштәргә сыҙамлыҡта, егәрлелектә, кешелекле булыуҙа өлгө булып ҡала. Күптән түгел 90 йәшлек мәртәбәле ғүмер үренә артылған Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы Әлмөхәмәтов та тормош юлындағы ваҡиғаларҙы лайыҡлы итеп күтәрә, үткәрә белеүе менән үрнәк.
Ғафури районының Яугилде ауылында тыуған егеттең үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ ололар менән бер рәттән ауыр эштәр башҡара. Уҡыуға бик бөтмөр була. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлай. Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт юлын Ауырғазы районында башлай, ошонда тәүге эш тәжрибәһен туплай. Аҙаҡ йәнә тыуған яҡтарына ҡайта. Ҡормантау мәктәбен етәкләй, Еҙем-Ҡаранда математиканан да уҡыта. Ә инде 1958 йылдан алып 20 йыл дауамында тыуған ауылы Яугилделә мәктәп директоры йөкләмәһен башҡара. Хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙана.
Эргәңдә эшеңде ҡеүәтләп, дәрт биреп тороусы булғанда тормош юлынан ышаныслыраҡ атлайһың. Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы үҙенең яртыһы Рәшиҙә Исмәғил ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп 51 йыл бергә ғүмер итәләр. Икеһе лә уҡытыусы булғанғамы, бер-береһенең эшен, хәлен аңлап торалар, өйҙә бала тәрбиәләгәндә лә бер маҡсатлы булалар. Ә бына Ишембай менән уларҙың тормошо 1979-сы йылдан бәйле. Ишембайҙа, Сәлих мәктәбендә балалар уҡыталар. Ғүмер ағышы һәр ваҡыт шулай парлы ғына аҡһын ине лә бит. Олоғайышып, балаларға ҡарап һөйөнөп йәшәр саҡта, 2009 йылда Рәшиҙә апай яҡты донъянан китеп бара.
Сәйфулла ағайҙың күҙ алдынан үткәндәр бер-бер артлы теҙелеп үтә. Күңелде йылытырлыҡ хәтирәләр аҙ түгел. Тырыш хеҙмәт менән үткән ғүмер юлы бушҡа китмәгән. Яугилде мәктәбе тәүҙә элекке мәсет бинаһында урынлашҡан була, Сәйфулла Әлмөхәмәтов етәкселек иткән йылдарҙа колхоз ярҙамы менән яңы бина төҙөүгә өлгәшәләр. Мәктәптең матди-техник базаһы ла нығына. Рәшиҙә Исмәғил ҡыҙы мәктәп эргәһендәге тәжрибә участкаһының етәксеһе булараҡ та уңыштар күренә, баҡса районда һәр ваҡыт 1-се, 2-се урындар алып килә. Унда үҫемлектең яңы сорттарын алыу буйынса тәжрибәләр уҙғарыла. “Бер миҙгелдә бәрәңгенән ике тапҡыр уңыш ала инек”,- тип хәтерләй Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы. Йәшелсә-емеш һатып, уҡыусыларҙы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына экскурсияларға йөрөтөү ҙә матур йолаға әүерелә.
Сәлихта эшләгән дәүерҙә лә Әлмөхәмәтовтар коллективта абруй, хөрмәт ҡаҙана. Был турала шул йылдарҙа эшләгән коллегалары Әхмәт Шаньязов иҫкә төшөрҙө:
- Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы тормош иптәше Рәшиҙә Исмәғил ҡыҙы менән 1985 йылда беҙҙең мәктәпкә уҡытырға килделәр. Ун йыл буйы бергә эшләнек. Уларҙың килеүе беҙҙең коллективҡа яңы көс өҫтәне. Егәрле, ихлас хеҙмәттәштәрен коллектив та йылы ҡабул итте. Берберебеҙгә ярҙам итеп, матур эшләнек. Ул йылдарҙы хәҙер һағынып иҫкә алырлыҡ, - тине ветеран уҡытыусы.
Үткәндәре матур хәтирәләр менән күңелде йылытһа, бөгөнгөһө лә шөкөр итерлек Сәйфулла ағайҙың. Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалары – улдары Венер, Салауат, ҡыҙҙары Венера атайҙарының таянысы ла, тормош йәме лә лә. Балаларының тырыш, булдыҡлы булыуында ата-әсә асылын, тәрбиәһен күрәһең. Уларҙың һәр береһе һөнәрле булып, тормошта үҙ юлын тапҡан.
- Ата-әсәйҙең һөйөүен, ышанысын тойоп үҫтек, уҡыуға, эшкә яуаплылыҡ тәрбиәләнеләр. Атайыма ғәҙеллек, кешеләргә тигеҙ ҡарау холҡо хас. Ошо сифаттары коллективында абруй яуларға ярҙам иткәндер. Хәҙер инде үҙебеҙ олатай булһаҡ та, атай кәңәше тотабыҙ. Оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ, 100 йәшен билдәләргә яҙһын ине, - тине ғүмер буйы нефть һәм газ тармағында хеҙмәт итеүсе газ сәнәғәтенең маҡтаулы мастеры Венер Сәйфулла улы. Әйткәндәй, уның үҙенең дә хеҙмәт ҡаҙаныштары тос. “Ватан алдындағы тырыш хеҙмәте өсөн”, “БайкалАмур магистрален төҙөүҙә ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары ейәндәргә ҡалырға тейешле ҡомартҡыға тиң.
Ғүмер ағышын бер генә көнгә лә, сәғәткә туҡтатып булмай. Ваҡыт үтә, бер быуынды икенсеһе алмаштыра. Рәшиҙә менән Сәйфулла Әлмөхәмәтовтарҙың дүрт ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре нәҫелдәренең дауамы.
- Бәхетле кеше мин. Ҡатынымдан уңдым, балаларымдан ҡәҙер күреп йәшәйем. Яратҡан һөнәр һайлап, күңел һалып эшләнем. Оло йәшкә етһәм дә, бер ҡасан да
ҡартайҙым, тип уфтанғаным юҡ. Тормоштан артта ҡалғы килмәй. Район гәзиттәрен алдырып уҡыйым, Ишембайҙа 40 йыл йәшәһәм дә, тыуған яғым Ғафури районы гәзитенә лә яҙылмай ҡалғаным юҡ, - ти әңгәмәсем. Кеше үҙенең тырыш хеҙмәте, изгелекле ғәмәлдәре, тәрбиәле балалары менән был донъяла матур эҙ ҡалдыра икән, тимәк, юҡҡа йәшәмәгән. Сәйфулла Ғәбдрафиҡ улы кеүек аҡһаҡалдар йәмғиәтебеҙҙең көсө, төплө нигеҙе ул.