Теш һыҙлауҙан ҡырғыстан ҡырылған һуған, һарымһаҡ һәм тоҙ ярҙам итә. Уларҙы бер тигеҙ күләмдә алып, бутҡа кеүек бутарға һәм ауыртҡан тешкә ҡуйып торорға кәрәк. Өҫтөнә мамыҡ һалығыҙ.
Һыҙлаған тешкә 10-15 минутҡа пихта майына манылған мамыҡ та ҡуйып торорға була. 1,5 - 2 сәғәттән шуны ҡабатларға ла мөмкин.
Теш ауыртҡанға түҙә алмаһағыҙ, баш бармаҡ менән имән бармаҡ осрашҡан урынға 10 минут массаж яһағыҙ. Массажды ауыртҡан теш яғындағы ҡулға түгел, икенсеһенә яһарға кәрәк.
Бер стакан һыуға 5-6 тамсы йод һәм бер сәй ҡалағы тоҙ һалып эретегеҙ ҙә шуның менән сайҡатығыҙ.