Үткән йома Биксән ауылы клубында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев та ҡатнашты.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса йөкләмәләр көнүҙәклеген бер ҡасан да юғалтмай. Өҙлөкһөҙ эш алып барғанда ғына ауыл йәшәй, уңайлыҡтар арта, күркәмләнә. Уҙған йылға күҙ һалғанда ла Биксән ҡараған Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе буйынса төҙөлөш йәһәтенән байтаҡ ҡына эштәр атҡарылған. Иң эреләренә байҡау яһап үтеү ҙә урынлы булыр. Мәҫәлән, былтыр Һайран ауылы эсендә 3 километрға яҡын асфальт юл һалынған. Хәҙер был ауылда барлыҡ урамдар ҙа асфальтлы. Былтыр барлыҡҡа килгән аллея ла хәҙер тирәяҡҡа йәм биреп тора. Унда балалар уйын майҙансығы ҡоролған, ағастар ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Был урынға яҡтыртҡыстар элергә генә ҡалыуы тураһында әйтте ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев. Быға тиклем Һайранда үҙәкләштерелгән һыу булмаһа, 2020 йылда 6 километр тирәһе оҙонлоғонда һыу үткәрелеүе лә ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булған. Өр яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы ла үткән йылдың ҙур ваҡиғаһы. Быға тиклем һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы иҫке ағас бинала эшләп килһә, хәҙер бөтөнләй икенсе шарттар. Ауылда республика тәғәйенләнешендәге янғын һүндереү депоһын асыу 18 яңы эш урынын булдырырға ярҙам иткән. Арлар ауылында ла ыңғай үҙгәрештәр бар. Унда ла былтыр үҙәкләштерелгән һыу үткәрелә башлаған. Әлегә урамдарға 800 метр тирәһе һыу торбалары һуҙылған, эш быйыл да дауам итәсәк. Хажы һәм Бәләкәй Мәҡсүттә былтыр рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшкәндәр. Өҫтәмә рәүештә сүп контейнерҙары майҙансыҡтары булдырыуға ла иғтибар биргәндәр. Былтыр Ауыл Советы буйынса 6 яңы майҙансыҡ эшләнгән. Хәҙер уларҙың һаны ауыл Советы буйынса 15-кә еткән. Был йүнәлештә эш быйыл да дауам итәсәк. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла саралар күрелгән. Биксәндә Колхоз урамына өҫтәмә рәүештә өс электр бағанаһы ҡуйылған. Яңы Әптектә күпер һәм автобус туҡталышы тирәһен яҡтыртыу өсөн 9 бағана ултыртылған. Был ауылдың Көнсығыш урамында да дүрт бағана ҡуйылып, лампалар эленгән. Быға тиклем ҡараңғы булған урындар хәҙер күпкә хәүефһеҙерәк тиҙәр. Урамдарға яңы ҡоймалар һуҙыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү ҙә Зауыҡлы биләмәләр йылының бушҡа үтмәүе тураһында һөйләй.
Ә инде Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн тағы бер ҙур мөмкинлек. 2019 йылда был ауыл Советынан хажылар ошо программала ҡатнашып, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен хәл иткәйне. Быйыл иһә программа ярҙамы менән биксәндәр файҙаланып ҡалырға ниәтләй. Ауыл старостаһы Ришат Мырҙағәлин да ошо фекерҙе еткерҙе.
- Был һорау буйынса алдан һөйләшеүҙәр булды. Күпселек МТЗ-82 тракторын алыу фекерен белдерҙе. Әлбиттә, ауыл Советына бындай трактор бик файҙалы булыр ине. Ауылда юл ситтәрендә сүп үләндәрен сапҡанда ла, ҡар таҙартҡанда ла, сүп ташыуға ла был техниканың кәрәге тейеп тора, - тине Ришат Абдрафиҡ улы.
Йомғаҡлау йыйылышында, Ишембай районы муниципаль районы Советы секретары Рәмил Абдуллин ауыл халҡы ҡарарын ҡеүәтләп, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу тәртибе тураһында йәнә бер аңлатып үтте. Был программа 10 йыллап ваҡыт эшләп килеүен беләбеҙ, тәүҙә Урал аръяғы райондарында һынала, аҙаҡ бөтә республикаға таралды. Программала ҡатнашып, республиканан тос ярҙам алыу өсөн район да, халыҡ үҙе һәм бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Былтыр райондағы 13 ауыл Советы ла ҡатнашырға заявка биргәйне, әммә өсәүһе генә конкурстан үтә алды. Шуға ла быйыл конкурс талаптарына яуап бирер өсөн халыҡҡа бергәләп тырышырға, әүҙемерәк булырға кәрәк икәнлеге аңлатылды.
Йомғаҡлау йыйылышында биксәндәр трактор алыуҙан тыш башҡа тәҡдимдәр менән дә сығыш яһаны. Шулай ҙа күпселек тауыш трактор өсөн булды. Йыйылышта
инициативалы төркөм дә һайланды. Биксәндәрҙең эшлекле ниәте тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Конкурста еңеүгә өлгәшеп, ауыл Советына яңы трактор ҡайтһа, күп эштәрҙә ҙур ярҙам булыр ине.