Пандемия һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлегендә етди ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Табиптар, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә мәжбүр булды. Ишембай Үҙәк район дауаханаһында ҡайһы бер хеҙмәттәре эше туҡталып торҙо. Төп көстө коронавирус менән көрәшкә йүнәлтеү талап ителде. Быға өҫтәп, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиника бинаһының планлы капиталь ремонтҡа ябылыуы ла дөйөм эшмәкәрлекте тиҙ арала яңыса ҡорорға өйрәтте. Стәрлетамаҡта декабрь айында яңы инфекция үҙәген сафҡа индереү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, вирус менән көрәшеүсе эре үҙәк күрше ҡалалар медицина учреждениеларындағы көсөргәнеште кәметте.
Ишембай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Зиләрә ҠОТОЕВА менән әңгәмәбеҙ поликлиниканың бөгөнгө эшмәкәрлеге, ундағы үҙгәрештәр тураһында барҙы.
- Зиләрә Минехай ҡыҙы, бөгөнгө көндә поликлиникала бүлексәләр эше яйға һалынамы ?
- Быйыл 11 ғинуарҙан быға тиклем ваҡытлыса туҡталып торған диспансеризация, функциональ диагностика, физиотерапия кеүек бүлексәләр барыһы ла эшләй башланы. Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиникала ремонт барыуы сәбәпле, әле Стахановсылар урамы, 75 адресындағы поликлиникала барлыҡ участкалар ҡабул итеүҙе алып бара. Пациенттарға уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында, бер бинанан икенсеһенә йөрөмәһендәр өсөн, поликлиникала фиброгастроскопия, колоноскопия кабинеттарын астыҡ. Яҡын арала бронхоскопия бүлмәһе эш башлаясаҡ. Бындай кабинеттар поликлиникала быға тиклем булманы. Кардиолог ҡабул итә башлауы ла ишембайҙар өсөн көтөп алған яңылыҡ. Пролетар урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан Профилактика бүлегендә ошо көндәрҙә яңы компьютер томографы эш башлауы ла ҡыуаныслы ваҡиға. Унда күкрәк ситлеге органдарынан тыш бөтә органдарға тикшереү үткәрелә. Ул 14 ғинуарҙан пациенттарҙы ҡабул итә. Ишембайҙағы инфекция бүлексәһендә йәйелдерелгән ковидгоспиталь эшен туҡтатты, хәҙер сирлеләр Стәрлетамаҡта төбәк-ара йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә йүнәлтелә. Бүлексәлә хәҙер элеккесә башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙар менән сирләгәндәр дауалана ала.
- Алда торған йөкләмәләр менән дә бүлешеп китһәгеҙ ине?
- Ауыр хәрәкәт иткән, түшәктә ятҡан ауырыуҙар өсөн паллиатив кабинет асыу планлаштырыла. Медицина хеҙмәткәре тарафынан сирлеләрҙең өйҙәренә сығып ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Түшәктәге сирлеләрҙе кислород биреү, ҡаҡырыҡ һурҙыртыу, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән тәьмин итеү йүнәлешендә лә эш алып барабыҙ. Мохтаждар бындай ҡорамалдар менән бушлай тәьмин ителәсәк.
- Ковидтан өйҙә дауаланыусыларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса Ишембайҙа эш нисек ҡуйылған?
- РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ковид сиренә дусар булып, әле өйҙәрендә дауаланыусы 200 кеше бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителде. Яңы сирҙән вакциналау буйынса ла саралар күрелә. Яңы йылдан һуң Ишембай үҙәк район дауаханаһына беренсе партияһы ҡайтарылды - бөтәһе 550 доза, ул ябыҡ типтағы социаль учреждениеларға йүнәлтелде. Февраль башынан халыҡҡа ла вакцина көтәбеҙ. Прививкаланырға теләүселәр әленән үк участка табиптарына үҙҙәренең теләктәрен белдерә ала. Вакцина ҡайтыу менән табип улар менән бәйләнешкә сығасаҡ.
- Табип булараҡ гәзит уҡыусы яҡташтарға теләктәрегеҙҙе лә әйтһәгеҙ ине.
- Үҙенең һаулығы тураһында һәр кеше иң беренсе үҙе уйланырға тейеш. Хроник сирҙәре киҫкенләшеп китмәһен өсөн алдан хәстәрлек күреү мөһим. Был йәһәттән
туҡланыуға ла, хәрәкәт итеүгә лә иғтибар бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тәмәке, эске кеүек насар ғәҙәттәрҙең организмға кире тәьҫире уйландырһын ине. Кемдеңдер теге йәки был ауырыуы бар икән, уның киҫкенләшеүен көтөп тормағыҙ. Йылына 2-3 тапҡыр табипҡа барып, профилактик дауаланыу алығыҙ. Сөнки ауырыуҙы иҫкәртеү һәр ваҡыт еңелерәк. Йөрәк сире менән ауырыусыларға ла кәңәшем бар – табип тәғәйенләгән дарыуҙы көн һайын ҡабул итергә онотмағыҙ, сәбәпһеҙ туҡтатмаһыҙ. Һәр бер кеше ҡан баҫымын, йылына ике тапҡыр ҡандағы шәкәр кимәлен, холестеринды ла тикшертеп торһон ине. Барыбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлек теләйем