"Нимә ул сәләмәт тормош рәүеше?" тигән һорауға балалар менән әңгәмәләштек. Көндәлек режим, даими физик күнегеүҙәр, сынығыу, дөрөҫ туҡланыу, яман ғәҙәттәр булдырмау, ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу - былар барыһы ла сәләмәт тормош алып барыуҙың нигеҙе икәнен белделәр. Балалар һаулыҡ тураһында йомаҡ систеләр, башланған мәҡәлдең аҙағын дауам иттеләр, файҙалы һәм зарарлы аҙыҡтарҙы асыҡларға өйрәнделәр, гигиена талаптарынан сығып дуҫың менән нимә бүлешергә ярай, нимә юк икәнен аңланылар, кроссворд систеләр, уйындар уйнанылар.