2020 йылда республикала урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы конкурсында ҡаралған проекттарҙың 57 проценты еңеүгә өлгәшкәйне. Быйыл дәүләт субсидияһының дөйөм күләме 400 миллион һум тәшкил итәсәк – был тораҡ пункттарҙа проблемалы хәлдәрҙе яйға һалыуға ҙур мөмкинлек бирә.
Программа Ишембай районында һәм ҡала биләмәһендә лә уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә райондың 13 ауыл Советы ауыл биләмәһендә лә йомғаҡлау йыйылыштары билдәләнгән. Шаршамбы көн Үрнәк ауылында булып, урындағы халыҡ ниәтен ишеттек.
- Республика ҡаҙнаһынан урындағы аныҡ бер мәсьәләне хәл итеүгә 1 миллион аҡса бүленә. Дәүләттән ошо суммалағы субсидияны алыу өсөн ауыл халҡының, бағыусыларҙың үҙ өлөшөн индерергә әҙерлеге төп шарт булып тора. Йәғни дөйөм өлөштөң 10 проценты үҙебеҙҙән булырға тейеш (ред. 1 миллиондан – 100 мең һум) Бағыусыларҙың программала ҡатнашыуы мотлаҡ булмаһа ла, уларҙың ярҙамы күп осраҡта конкурсҡа үтеүҙе хәл итә. Шуға күрә лә үҙегеҙ һайлаясаҡ проектты ғәмәлгә ашырыуға бөтә тырышлыҡты йүнәлтәйек, әүҙем булайыҡ, - тип Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Таһиров эштең тәртибе менән таныштырҙы.
«Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль законға ярашлы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
- Конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙың урындағы халыҡ өсөн көнүҙәк әһәмиәтле булыуы мөһим. Миҫал булараҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары, төҙөкләндереү, электр, газ, йылылыҡ һәм һыу селтәрҙәре объекттарын килтерергә булыр ине (ред. төҙөлөшкә рөхсәт талап ителгәндәрҙән тыш), - тип асыҡлап үтте муниципаль район хакимиәтенең хоҡуҡи тәьминәт һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза бүлеге начальнигы Ғариф Кәримов. – Шул уҡ ваҡытта программала автомобиль юлдарын ремонтлау, янғын хәүефһеҙлеге сараларын ойоштороу, мәҙәниәт йорттарын, балалар майҙансыҡтарын һәм спорт комплекстарын төҙөкләндереү, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәр ҙә ҡаралған. Бергәләп һайланған инициативалы төркөм халыҡтан билдәле күләмдәге аҡсаны конкурста еңеүҙән һуң ғына йыйырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ул конкурсҡа документтар әҙерләргә, ваҡытында эштең үтәлеү-үтәлмәүе тураһында ауылдаштарына хәбәр итеп барырға бурыслы.
- Зыяратыбыҙ боронғо, унда күп билдәле ауылдаштарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ерләнгән. Урыны менән кәртәләре ватыҡ, сиге лә юйыла бара. Шуға ла зыяратты сифатлы материал менән кәртәләүҙе тәҡдим итәм, - тип сығыш яһаны ауыл старостаһы Наил Ғәзизуллин. – Тағы ла ауылда балалар майҙансығы төҙөлһә, бик һәйбәт булыр ине, тип уйлайым. Ауыл ҙурая бара, ситтән ялға ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡайтып тора. Үрнәктәр бер тауыштан старостаның зыяратты кәртәләү тәҡдимен яҡлап сыҡты. Инициатив төркөм иҫәпләп сығарыу буйынса һәр йорттан 1 мең һум йыйылырға тейеш.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында халыҡтың үҙ теләге менән ҡатнашыуы ауылда көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеп кенә ҡалмай, ә уртаҡ көс менән төҙөкләндерелгән обьекттарға һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй.
Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Үрнәк ауылында бөгөнгө көндә 101 йортта 132 кеше иҫәпләнә. Балалар мәктәп автобусында Шахтауға йөрөп уҡый.
2021 йылда муниципаль район хакимиәте тарафынан ауылда үҙ эсенә бер нисә социаль учреждениены алған күп функциялы үҙәк төҙөү ниәтләнгән.