Йәмғиәт
20 Января 2021, 19:53

Өләсәй, тип һыйынабыҙ һиңә!

Ҡәҙерле өләсәйем - Зәйнуллина (Ҡотлоюлова) Сәғирә Сәйетхужа ҡыҙы 1936 йылдың ғинуар айында йәмле Һәләүек йылғаһы, күккә ашҡан Арҡыялан тауы, емеш-еләкле, һоҡландырғыс сәскәле болондары менән үҙенә тартып торған Этҡол ауылында донъяға килгән.

Ҡәҙерле өләсәйем - Зәйнуллина (Ҡотлоюлова) Сәғирә Сәйетхужа ҡыҙы 1936 йылдың ғинуар айында йәмле Һәләүек йылғаһы, күккә ашҡан Арҡыялан тауы, емеш-еләкле, һоҡландырғыс сәскәле болондары менән үҙенә тартып торған Этҡол ауылында донъяға килгән.
Ата-әсәһе Сәйетхужа Сәйетбаттал улы менән Сәхипъямал Сәғиҙулла ҡызы уға үҙҙәрендәге иң матур сифаттарҙы биргән, күрәһең. Сабыр холоҡло, тырыш, ярҙамсыл, көслө рухлы, оло йөрәкле беҙҙең өләсәй. Ауыр осор тура килә уның йәштәштәренә, өләсәйемдең дә бала сағы еңелдән булмай. 1943 йылдың июнь айында атаһын хеҙмәт армияһына алалар. Сәйетхужа Сәйетбаттал улына ҡабат тыуған яғына, ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ҡартөләсәйем Сәхипъямалға нисек тә ике баланы – улы Минеғәлиҙе һәм ҡыҙы Сәғирәне аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була. Сәхипъямал Сәғиҙулла ҡыҙы балалары ас-яланағас үҫмәһендәр өсөн бөтә көсөн һала. Колхоз баҫыуына үҙенең һыйырын егеп ер тырматырға йөрөй, урмандан утын ташый. Ашамаған үлән, эшләмәгән эш ҡалманы, тип хәтерләй ололар ул йылдарҙы.
Өләсәйем мәктәп йылдарында бик әүҙем, тырыш, алдынғы уҡыусы була. 4-се класта яҡшы өлгәше өсөн Маҡарға 20 көнгә лагерға ебәргәндәр. 6-сы класка еткәс, уҡырға барырға мөмкинселеге булмай, шунлыҡтан уҡыуын туҡтатып тора. Ошо осорҙа үҫмер ҡыҙҙы тиҙтерҙәре менән Көҙән ауылына юл күтәрергә эшкә ебәрәләр. Унда ҡырсын ташыйҙар. Ошо көндәрҙән уның хеҙмәт юлы башланып китә. Йәй көндәре колхозда иген утарға, көлтә бәйләргә, бесән сабырға йөрөй. Йылдар ауыр булһа ла ауырлыҡты еңеп сығырға тырыша.
9-сы класты тик бишле билдәләренә генә тамамлай. Тик юҡлыҡ заманы – уҡыуын дауам итергә мөмкинселеге булмай. Салауат ҡалаһына барып, кирбес заводына эшкә керә. Ағаһы Минеғәлине һуғышҡа алһалар, әсәһе бер үҙе ҡаласаҡ. Яҡындары әйткәнен тыңлай, ғәзиз кешеһенең янына ауылға ҡайта.
Егәрле, һылыу ҡыҙ 1955 йылда Этҡол ауылы егете Ҡотлоюлов Малик Миһран улына – олатайыма тормошҡа сыға. Улар 7 бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле атай-әсәй. Үҙҙәренә яҙмағас, балаларын юғары уҡыу йортонда уҡытырға, кеше итергә тырышалар. Улы механизатор һөнәрен һайлай, дүрт ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтын уңышлы тамамлай. Һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, әле лә мәғариф өлкәһендә тырышалар. Араларында ғүмерен медицинаға, хәрби хеҙмәткә бағышлағандары ла бар. Тик олатайым ғына арабыҙҙан иртә китте. Уны күмәкләп йыйылғанда гел иҫкә алабыҙ, әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре мәңгелеккә күңелдә.
Өләсәйебеҙҙең егәрлелеге, уңанлығы, тормошто яратып йәшәүе беҙгә үҙе бер өлгө. Әле матур донъяһын үҙ көсө менән көтә, беҙҙе һәр ваҡыт көтөп ала.
Алдағы тормошоңда ла уға ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, ҡәҙерлебеҙгә бәхетле ҡартлыҡ насип булһын. Ололарҙы хөрмәтләргә, улар кисергәндәрҙе аңларға беҙҙе һин өйрәттең, өләсәй.
Читайте нас