Туҡранбаш сәскәһенән эшләнгән эсемлек күп сирҙән файҙалы. Уны дөрөҫ ҡулланғанда, организмдағы ҡанды шыйыҡлатырҙа ла ярҙам итә.
Бының өсөн алдан киптерелгән 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып, өҫтөн ҡаплап 30-40 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан туҡранбашты һөҙөп алабыҙ һәм быяла һауытта һалҡынса урынға ултыртабыҙ. Көнөнә 5 тапҡыр 30 минут тирәһе ашар алдынан 1 аш ҡалағы эсәбеҙ. 21 көн шулай дауаланабыҙ.
1 аҙна ял иткәс, тағы ла был ҡайнатманы эсәбеҙ. Был курсты 3 тапҡыр ҡулланһағыҙ ҙа була.