Йәмғиәт
12 Января 2021, 19:17

Хоҡуҡ һәм ғәҙеллек һағында

Инвалид баланы ҡиммәтле бушлай дарыуҙар менән тәьмин иткәндәр, предприятие хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса биш миллиондан ашыу һумлыҡ бурыс ҡапланған... Һөнәри байрамдары көнө алдынан Ишембай район-ара прокуроры Степан Чистяков менән әңгәмәбеҙ ошо һәм башҡа эш һөҙөмтәләре тураһында барҙы.

12 ғинуар – РФ Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө

Прокуратура органдары енәйәтселек һәм коррупцияға ҡаршы көрәштә дәүләт таяуы булып тора. Граждандар хоҡуғы һағында тороу менән бер рәттән, төрлө власть органдарының, дәүләт ойошмаларының һәм коммерция структураларының эшмәкәрлеген контролләү менән шөғөлләнә, закон талаптарынан тайпылмауҙы күҙәтә. Ишембай район-ара прокуратураһының бөгөнгө быуын хеҙмәткәрҙәренә лә һөнәри бурыс, намыҫлы хеҙмәт кеүек тәрән төшөнсәләр тураһында аңлатып тороу кәрәкмәй. Был һөнәргә осраҡлы һәм етди әҙерлекһеҙ килеп булмай.
Инвалид баланы ҡиммәтле бушлай дарыуҙар менән тәьмин иткәндәр, предприятие хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса биш миллиондан ашыу һумлыҡ бурыс ҡапланған... Һөнәри байрамдары көнө алдынан Ишембай район-ара прокуроры Степан Чистяков менән әңгәмәбеҙ ошо һәм башҡа эш һөҙөмтәләре тураһында барҙы.
- Степан Владимирович, Ишембай район-ара прокуратураһының йылды йомғаҡлаған эш һөҙөмтәләре менән таныштырһағыҙ ине.
- 12 ай эсендә беҙ 1400-ҙән ашыу закон боҙоуҙар асыҡлап, 345 күрһәтмә индерҙек, 349 вазифа биләүсе шәхес дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Муниципаль районда йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлап 317 дәғүә ғаризаһы белдерелде, 151 вазифа биләүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 150-нән ашыу законһыҙ норматив актҡа кире ҡағыу белдерелде, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 10 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әлбиттә, һәр һан артында коллектив хеҙмәте тора. Дөйөм эшкә өлөш индергән 11 хеҙмәткәребеҙҙең тырышлығы менән ошо һөҙөмтәләргә өлгәштек. Ҡайһы бер эштәргә айырым туҡталып китәйек. 2018 йылда муниципаль район хакимиәте граждандарҙың льготалы категорияларына ҡараған 10 кешегә бушлай ер участкалары бүлә. Ул ерҙәр сусҡа фермаһының санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан була. Был санитар ҡағиҙә талаптарына ҡаршы килә. Район-ара прокуратура ауыл биләмәһе сиктәрендә алмашҡа тиң ер участкаһын биреүҙе хакимиәткә йөкмәтеү талабы менән 10 дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Был талаптар тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Шулай уҡ надзор органы инвалид баланы ҡиммәтле бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү тураһында суд ҡарарына ла өлгәште. Ауыр сиргә дусар булыусы өс йәшлек ҡыҙҙың бушлай бирелергә тейешле йәшәү өсөн мөһим препараттарға мохтажлығы билдәләнде. Ләкин сабыйҙың әсәһе медикаменттарҙы мәрхәмәтлек фонды аша алырға мәжбүр була. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығын дарыу һатып алыу өсөн финанс бүлеүҙе йөкмәтеү талабы менән прокуратура судҡа мөрәжәғәт итте һәм проблема хәл ителде. Көҙөн бала дәүләт иҫәбенә ҡиммәтле дарыуҙың тәүге партияһын алды.
Шулай уҡ беҙҙең талап буйынса “Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 178 хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыс бөтөрөлдө. Шулай уҡ йыл дауамында прокуратура 22 етемгә торлаҡ алыуға ла булышлыҡ итте. Бындай миҫалдарҙы тағы әллә күпме дауам итергә мөмкин.
Тағы шуны билдәләр инем, уҙған йылда банк карталары менән менән бәйле енәйәттәр һаны артты. Мутлашыусылар кредит учреждениелары хеҙмәткәре исеменән зыян күреүселәрҙең банк карталарынан аҡса урлай. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйле мөрәжәғәттәр күп булды, граждандарҙан да, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренән
дә. Был, минеңсә, үткән йылда медицина учреждениеларының “хәрби хәлдә” тиерлек режимда эшләүе менән дә бәйлелер. Шау-шыу тыуҙырған эштәр ҙә булып тора. Ошо көндәрҙә ҡала суды былтыр ҡалала малайҙы бәрҙергән водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бала һәләк булды. Ир кешегә туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза бирелде. Әлбиттә, был хөкөм менән баланы кире ҡайтарып булмай. Ләкин ҡаты хөкөм был водитель кеүек алкоголь йәки наркотик ҡулланғандан һуң рулгә ултырыусы, шулай уҡ ҙур тиҙлектә йөрөргә яратыусы башҡаларға ла һабаҡ булыр тип уйлайым.
- Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников билдәләүенсә, төбәктә коррупция йүнәлешендәге енәйәттәрҙең күбеһе хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм чиновниктар тарафынан ҡылына. Беҙҙең муниципаль районда был йәһәттән хәл нисек?
- 2020 йылда коррупция факты буйынса ете енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм ике чиновникка ҡарата ришүәт алыу фактына бәйле ике эш тамамланды.
- Прокуратураның “рейтингы”, йәғни халыҡ ышанысын шәхси һеҙ нисек баһалайһығыҙ?
- 2020 йылда беҙгә граждандарҙан бер мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килеүе үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Кешеләр шылтыраталар, яҙалар, сөнки уларҙың хоҡуҡтарын тап беҙ яҡлай алыуыбыҙға ышаналар. Коллективта профессионалдар эшләй, йәмғиәт алдында үҙҙәренең яуаплылығын яҡшы аңлайҙар. Улар араһында прокурор урынбаҫары Денис Басыров, прокурорҙың өлкән ярҙамсылары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ринат Исламшин, Зөлфиә Баязитова, Руслан Хәсәнов, прокурор ярҙамсылары Олег Иванов һәм Диас Рәимовты атап үтер инем. Былтыр декабрҙә прокурор урынбаҫары Николай Щербининдың Краснокама районының прокуроры вазифаһына тәғәйенләнеүе лә бер күрһәткес. Ә уның урынына тәжрибәле хеҙмәткәр Альберт Ахунов килде. Вирус менән бәйле уҙған йылдағы ҡатмарлыҡтар коллективты тағы ла нығыраҡ берләштерҙе тип уйлайым. Граждандарҙың социаль хоҡуҡтары үтәлешен яҡлау буйынса күп эш тора. Беҙ ауыр хәлдәрҙе алдан, прокуратура органдарына мөрәжәғәт иткәнгә тиклем үк, иҫкәртеү, төҙәтеү йүнәлешендә эшләргә өйрәнергә тейешбеҙ.
Хоҡуҡтар боҙолоуға бәйле һорауҙары буйынса Ишембай район-ара прокуратураһына һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Ишембай ҡалаһы, Геология урамы, 81-се йорт, телефоны: 7-06-62
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА фотоһы.
Читайте нас