...Ҡыш үҙ донъяһына, үҙ матурлығына сумдыра. Шуны уйлап ҡуйҙым әле, ҡайһы берҙәребеҙ бөтөнләй ҙә машинанан төшмәй, ваҡыт юҡ, өлгөрөргә кәрәк. Ә ошо ябай ғына күренештәрҙе асыр, тотоп ҡалыр өсөн урамдарҙан мотлаҡ атлап үтергә кәрәк. Үҙегеҙгә ирек бирегеҙ. Күҙҙәрегеҙ мөғжизәгә баҡһын, аяҡтарығын ергә ныҡ баҫып алға ынтылһын!