Бөгөн рәхмәт әйтә торған көн. Кемдер ата-әсәһенә, кемдер туғандарына һәм яҡындарына, кемдер күршеләренә ысын йөрәктән рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Күптәре бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен юлланы. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтеп ҡалайыҡ әле. Үҙебеҙ ҙә бит шул ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә булған "Рәхмәт!" тигән һүҙҙе ишеткәс күңелгә рәхәт булып ҡала. Бер "рәхмәт" мең бәләнән ҡотҡарыр тигәнде лә онотмайыҡ. Шуның өсөн күберәк "рәхмәт" ишетерлек эштәр ҡылайыҡ, дуҫтар!
Үрге Әрмет мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн рәхмәт һүҙҙәрен медицина хеҙмәткәрҙәренә юллай. Иң беренсе рәхмәтебеҙҙе беҙ бөтә ғүмерен медицинаға арнаған, үҙ профессияһының бөтә нескәлектәрен белгән, көндө төнгә ялғап эшләгән, ярты ауыл балаларының кендек инәһе булған (шул иҫәптән минең дә), фельдшерыбыҙ Валентина Анатольевнаға юллайбыҙ. Ҡаты сир уны ваҡытһыҙ арабыҙҙан алып китһә лә беҙ уға бер ваҡытта ла рәхмәт әйтеүҙән, уны тик йылы һүҙҙәр һәм яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алыуҙан туҡтамайбыҙ. Тыныс йоҡла, аҡ халатлы фәрештәбеҙ!
Артабан рәхмәт һүҙен беҙ хаҡлы ялдағы фельдшер, 36 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған Рима Хөснөтдин ҡыҙы Фәтҡуллинаға әйтәбеҙ. Ундай кеше тураһында "үҙ һөнәренең оҫтаһы" тиҙәр. Шулай булмаһа ауыл халҡы, инде Рима Хөснөтдин ҡыҙы байтаҡ йылдар хаҡлы ялда булһа ла, уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәҫ ине. Кемгә укол яһарға, кемгәлер система ҡуйырға, кемгәлер ябай ғына кәңәш тә ярҙам итеп ебәрә. Бигерәк тә оло йәштәгеләр ярҙамға мохтаж. Рима Хөснөтдин ҡыҙы береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
Шулай уҡ рәхмәт һүҙебеҙҙе бөгөнгө көндә Валентина Анатольевна урынына ҡалып эшләп йөрөүсе йәш ҡыҙыбыҙ Алина Нияз ҡыҙы Ильясоваға әйтәбеҙ. Ишембай районы Кинйәбулат ауылы ҡыҙы Салауат медицина колледжын тамамлағас та йәшмен тип тормай үҙенең ҡаҡса ғына иңдәренә ошо яуаплы бурысты йөкмәй. Артабан да Алинаға тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт!