#ППМИ_ИШЕМБАЙ Әлеге көндә районда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына тәҡдимдәр индереү буйынса халлыҡ йыйылыштары үтә. Ауыл халҡы проектты үҙе бергәләп билдәләп, берҙәм тауыш бирергә тейеш. Юл һалыу, һыу селәтрен ремонтлау,зыяратты кәртәләү, спорт майҙансығы... Тәҡдимдәр байтаҡ булыуы мөмкин, сөнки ауыл ерендә борсоған мәсьәләләр ҙә, проблемалар ҙа төрлө. Иң мөһиме – уртаҡ ҡарарға килеү һәм программаға үтер өсөн талап ителгәнде бергәләп атҡарып сығыу. Программаның асылын ошо йылдарҙа ныҡлап аңланыҡ, проектты тормошҡа ашырыу өсөн талап ителгән суммаға халыҡ үҙе лә өлөшләтә аҡса керетерг ә тейешлеген беләбеҙ. 15 ғинуарҙа йыйылыштар Кинйәкәйҙә, Ҡолғонала, 20 ғинуар Яңы Георгиевкала үтәсәк.