“Россельхозбанк” һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә эшҡыуарлыҡ эшен үҙ көсө менән яңы башлаған, ауыл хужалығы тармағын һайлаған эшҡыуарҙарҙы уҡыта. Кәсеп алып барғандарға квалификацияһын үҫтереүҙә ярҙам буласаҡ. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ойошторола.
“Фермер мәктәбе”ндә уҡыусыларҙың беренсе ағымы ноябрь аҙағында “Сыр эшләү оҫталығы”, “Итле малсылыҡ” һөнәрҙәре буйынса үҙҙәренең бизнес-проекттарын яҡлап, дипломдар алды. Быйыл февралдә икенсе ағым уҡый башлай. Курстар Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында 24 февралдән ойошторола.
Конкурсҡа документтар 30 декабрҙән ҡабул ителә башлағайны, 20 ғинуарҙа тамамланасаҡ. Уҡыусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостандағы ауыл биләмәһендә теркәлгән һәм даими йәшәгән, урта һөнәри йәки юғары белеме булған шәхси хужалыҡтар хужалары ғариза бирә ала. Проектта ҡатнашырға теләгәндәр күрһәтелгән ваҡытта “Һыу ҡоштары”, “Ҡортсолоҡ” йүнәлештәрендә эссе, презентация һәм видеяҙманы
konkyrsmcx@mail.ru электрон почтаға ебәрергә тейеш.