11 ғинуар көндөҙ Ишембай районында иҫерек хәлдә «Нива» автомобиленә идара иткән водитель аварияға тарый. Машинаһы юлдан сығып түңкәрелгән, ир үҙе ауыр йәрәхәттәр алған.
Ваҡиға Ишембай-Сәлих-Үтәк юлының 31-се километрында була. Руль артындағы 41 йәшлек ирҙең алкоголь ҡулланыуы асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ирҙең умыртҡа һөйәге һынған, уға оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк.
– Уҙған аҙна эсендә муниципаль район юлдарында 9 авария булды, 137 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлде. Ете иҫерек водитель тотолдо, -тип билдәләне Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлеге инспекторы Гөлнур Ғиндуллина. Юл хәрәкте хәүефһеҙлеген пропагандалаусы белгес фекеренсә, күптәр ҡышҡы юл үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай һәм тиҙлек режимын боҙа.