Йәмғиәт
11 Января 2021, 08:43

Биттәге һырҙарҙы юҡ итер

Был кремды ҡулланһағыҙ, иң алама тиреләге һырҙарҙы ла шымартырға ярҙам итер.

Был кремды ҡулланһағыҙ, иң алама тиреләге һырҙарҙы ла шымартырға ярҙам итер.
Иҫегеҙгә тотоғоҙ: крем тирегә оҙаҡ һеңә, шуға ла ятыр алдынан ике сәғәт алда ҡулланыу отошло. Тәүге һөҙөмтәләр 3 көндән һуң күренер. Рецепт ҡатмарлы түгел һәм ысынлап та мөғжизәле.
Бының өсөн 0,5 йомортҡа һарыһы, 2 сәй ҡалағы миндаль майы (зәйтүн майы ла ярай), 1 сәй ҡалағы диңгеҙ аш тоҙо, 2 сәй ҡалағы ромашка һыуы (1 аш ҡалағы ҡоро ромашканы 200 мл һыуға һалып 15-20 минут ҡайнатабыҙ), 0,5 сәй ҡалағы сифатлы бал, 2 сәй ҡалағы косметик вазелин (дарыуханала һатыла).
Барыһын да бергә ҡалаҡ менән ныҡ ҡына бутарға. Һыуытҡыста һаҡларға.
Еңелсә генә биткә крем һөртөп массаж эшләргә. 30 минуттан һуң мамыҡ тампонын минераль һыуға манып, биттә ҡалған кремды һөртөп алырға. Үҙҙәренең тиреһенә һаҡсыл ҡарағандарға был крем мотлаҡ оҡшаясаҡ тип уйлайым.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас