Йәмғиәт
10 Января 2021, 10:11

Ауырлыҡтарға сыныҡҡан быуын

Өлфәт ағай Хәбиров ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы. Был мәҡәләмдә уның баласаҡ хәтирәләрен, тормош һәм хеҙмәт юлын яҡтыртырға тырыштым. Замандашыбыҙҙың ғүмер юлы - йәш быуынға фәһем, өлгө алырлыҡ.

Өлфәт ағай Хәбиров ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы. Был мәҡәләмдә уның баласаҡ хәтирәләрен, тормош һәм хеҙмәт юлын яҡтыртырға тырыштым. Замандашыбыҙҙың ғүмер юлы - йәш быуынға фәһем, өлгө алырлыҡ.
- Бала сағым тураһында һүҙ сыҡһа, тәүҙә яуға киткән атайым, колхоз яландарында бил бөккән әсәйем, бөтә һаулығын биреп, беҙҙе - өс баланы ас-яланғас итмәүе, ололар менән бер рәттән эшләүем иҫкә төшә. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 5 кенә йәш була, - әңгәмәсемдең бала саҡ хәтирәләре ошонан башланды.
Өлфәт ағай ябай крәҫтиән ғаиләһендә 1936 йылда беренсе бала булып донъяға килә. Атаһы Әхәт Әбделлатиф улының, әсәһе Раҡия Ғәйнетдин ҡыҙының көтөп алған сабыйҙары була. Йәш ғәилә тырышып донъя көтә, уларҙың ҡыуанысы булып ике йылдан улдары Ғаяз тыуа.
- Әлегеләй иҫемдә, 1941йылдың июнь баштарында, яҙғы сәсеү эштәре бөтөү менән, Йәнырыҫ менән Ҡыяуыҡ араһындағы яланда Һабантуй байрамы уҙғарылды. Бына шул байрамда күп ауылдаштарыбыҙ һуңғы тапҡыр күрешеп, уйындарҙа ҡатнашып, күңел асып ҡалғандыр. Кем генә белгән дә, кем генә уйлаған ул ваҡытта фашист илбаҫарҙары беҙҙең илгә ҡара ҡоҙғон кеүек һөжүм итер тип. Шул ваҡыт илебеҙҙе ҡара ҡайғы баҫты, - тип һүҙен дауам итте ауылдашым.
Һуғыш башланғансы Өлфәт ағайҙың атаһы 1941 йылдың майында Алатана тип аталған ауылда урынлашҡан хәрби лагерға ебәрелгән була. Ул лагерҙа бер төн йоҡлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тимер юл станцияһынан платформаға бик күп ир-егеттәрҙе тейәп, Мәскәү ҡалаһына табан оҙаталар. Бөйөк Ватан һуғышы
тарихындағы иң ҡатмарлы бәрелештәрҙең береһе Сталинград өсөн барған алышта ҡатнаша,ҡаты һуғышта аты менән снарядтар ташып йөрөй.
- Атайымдың бары тик бер генә хаты килә. Фашистар менән ҡаты алышҡа керер алдынан ул беренсе һәм һуңғы хатын яҙа. Уның менән бергә яу яланында булған ауылдашы ошоларҙы һөйләй: “Мин Әхәттең аты снарядтар шартлауынан ҡурҡып сапҡанын ғына күрҙем, тик үҙен күпме эҙләһәм дә таба алманым...” Күп тә үтмәй, әсәйем атайымдың хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара хатын ала. Атайыма ул ваҡытта 27 генә йәш була. Ике бәләкәй ир бала, өсөнсөһө йөрәк аҫтында, ҡайғыһынан ни эшләргә белмәй үкһеп-үкһеп илай әсәйем. Ярай әле эргәһендә ҡартатай менән ҡартәсәй була, шундай ауыр йылдарҙа улар беҙҙең өсөн ҙур терәккә әүерелә. Ҡартатайым йәш ваҡытында тимерселек менән шөғөлләнгән. Ул тарантастар, арбаларға тәгәрмәстәр, ат дағалары, тимерҙән хужалыҡта кәрәккән төрлө әйберҙәр эшләгән. Халыҡ табибы тип тә белгәндәр, быуын ултыртҡан, бүҫер ауырыуынан ыҙалаған кешегә ярҙам иткән, - ти Өлфәт ағай.
Һуғыш аҫыл ир-егеттәрҙе сүпләп кенә тора. Көн һайын тиерлек ауылдан ирегеттәргә Петровскийҙағы хәрби комиссариаттан повестка килә. Бала-саға бөгөн был ағайҙы, иртәгәһенә икенселәрен һуғышҡа алғандар тип йүгерешә. Ҡатын-ҡыҙҙар яҡшы хәбәр килһә, бергәләп һөйөнөшә, ҡайғылы хәбәргә күмәкләп ҡайғыралар. Донъяның ауыр йөгө ҡатын-ҡыҙға, ҡарт-ҡоро, баласаға иңенә төшә. Йәш кенә апайҙарҙы урман ҡырҡырға ебәрәләр, ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡып, ағас аҫтына ҡалып имгәнеп ҡайтҡандар ҙа булған. Ҡолғона, Әүжән яғындағы урмандарҙа ҡарағай, шыршы ағастары әҙерләгәндәр. Һуғыш йылдары ауырлыҡтары әле һаман күҙ алдында Өлфәт ағайҙың. Ул ваҡытта тары, һоло, бойҙай сәселгән баҫыуҙарҙы ҡул менән утағандар. Көнлөк эшләгәнгә 200 грамм он биргәндәр. Ондо ҡалаҡлап ҡына бүлгәндәр,
аслыҡтан ҡайһы берәүҙәр өйҙәренә ҡайтып еткәнсе ялап ашап бөтә торған булған. Ҡыш көнө бәләкәй сана менән урмандан йүкә ағасын алып ҡайтып, матур төҙөрәктәренән шаҡарма эшләгәндәр. Йүкәнән 10 пар сабата үрһәң, 2 килограмм он йәки арыш биргәндәр. Ул сабаталарҙы хеҙмәт армияһында эшләгәндәргә оҙатып торғандар. “Яҙын, йәйен үлән менән туҡландыҡ, ҡышҡылыҡҡа бесәй тарыһы тип аталған үләнде киптереп ҡуя инек. Унан кипкән үләнде килелә төйөп, он эшләп, күмәс бешерҙек, оло мал тиреһе менән көпләнгән өй ишектәренән тиреләрҙе аҡтарып, йөнөн утта өтөп, һурпа бешереп эстек”, - тип иҫләй Өлфәт Әхәт улы.
1942 йылда Раҡия инәйҙең өсөнсө улы донъяға килә. Балаға Әхмәт тип исем ҡушалар. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала булып китә. Өс таған таймаҫ, тиҙәр бит. Нисек кенә ауыр булмаһын, әлдә балаларым бар, тип һөйөнә әсә кеше. Тормош иптәшенең хәбәрһеҙ юғалған ҡағыҙын ҡулына алһа ла, өмөтөн өҙмәй, әйләнеп ҡайтыуын көтә. Ә балаларҙы ашатырға кәрәк. Ауылдан бер нисә ҡатын-ҡыҙ йыйылып, күрше урыҫ ауылы Михайловкаға көҙҙән туңып ҡалған бәрәңгене йыйыр өсөн ат булып егелеп ер һөргәндәр. Ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан бәрәңгене йыйып, бүлешеп алғандар. Уны йыуып киптереп, төйөп көлсә бешереп ашағандар. “Эй, тәмле була торғайны туң бәрәңге көлсәһе!” - ти әңгәмәсем. 1943 йылда бер баҫыу тарыны йыйып өлгөрә алмай ҡалалар. Ҡыш көнө аслыҡтан ни эшләргә белмәгән халыҡ, шул тарыны алып ҡайтып киптереп, он итеп ашаған, күптәренең танауҙары ҡанап үлгән. Баҫыу эштәре ауырлығын да оло замандашым йәштән татый.
- Иҫемдә, һыйыр егеп, тырма тағып, малды етәкләп, иртәнге 5-тән ҡараңғы төшкәнсе баҫыу тырмалай инем. Һыйыр аҫырағас, әлдә өйҙә тамаҡ ялғарлыҡ ҡатыҡ бар ине. Бер нисә баш һарыҡ аҫырай инек, һарыҡ йөнөн тетеп, иләп, балаҫ һуға торған станокта киндер епте һалып, туҡыма һуғалар ине. Шунан оҙон ҡуныслы ойоҡ тегеп кейҙерәләр, эй йылы ла була торғайны. Тула ойоҡ тип атала ине ул, шуның тышынан сабата, сабата аҫтына аяҡ һыуланмаһын өсөн күтәрмә таҡта тегеп бирәләр ине. Шуны кейеп үҫтек инде беҙ һуғыш йылы балалары...
Колхоз һәр бер өйгә үлсәп бәрәңге тарата, уны бешереп, турап киптереп фронтҡа әҙерләгәндәре лә күҙ алдында. Ул ваҡытта шырпы юҡ, аш-һыуҙы ҡаҙанда, мейестә бешерәләр. Бер торомбашты көлгә күмеп ҡалдырып, икенсе усаҡ яғыуға тере күмер әҙер ятҡан. “Күмер һүнһә, ни эшләй инегеҙ?” - тип һорамай булдыра алманым.
“Тышҡа йүгереп сығып ҡарай инек, кемдең мөрйәһенән төтөн сыға, шунан барып ҡуҙ ала инек”, тигән яуап ишеттем.
1952-53 йылдарҙа ФЗО-ла алты ай уҡығандан һуң ауылдашымды Өфөгә ебәрәләр. Хеҙмәт юлын төҙөүсе булып башлап ебәрә.
- Ашау яғы яҡшы булды, тамаҡ икмәккә туйып ҡалды, ашын да, бутҡаһын да ашаталар, ятағы бар, хатта кейемен дә бирҙеләр. Өфөлә пионерҙар һарайын, педагогия институтын төҙөнөк. Йыл ярым төҙөүсе булып эшләгәндән һуң, 1955 йылдың 24 авгусында, армия сафына алдылар. Өс ай Өфөлә учебкала булғандан һуң Германияла хеҙмәтемде дауам итергә тура килде. Армияла хеҙмәт иткәндә төҙөлөш эштәрендә ҡатнаштым. Ҙур гараж төҙөп, 9 метрлы мөрйә сығарғандан һуң 10 көнгә отпуск бирҙеләр, - тип әрме осорон да һөйләп алды.
Ашҡынып тыуған яҡтарына юл тота егет. Ауылға ҡайтҡанда, үҙҙәренән йыраҡ түгел йәшәгән сибәр Мөшәрифәгә күҙ һала. Ялға ҡайтыуына буй еткергән ҡыҙ күңеленә хуш килә. Ул заманда армия сафында өс йылдан артыҡ хеҙмәт иткәндәр. Хеҙмәттән ҡайтҡас, “Межколхозстрой” тип аталған хужалыҡҡа эшкә урынлашып, колхозға фермалар, келәттәр, таштан өйҙәр төҙөүҙә ҡатнаша. Уның араһында механизаторҙар мәктәбендә тракторист, комбайнер һөнәрен дә үҙләштерә. “Заготконторала 14 йыл эшләп итен, тиреһен, ҡағыҙ, сепрәк-сапраҡ, һөйәк барын да йыйҙым, ҡайҙа эшләһәм дә алдынғылыҡты бирмәнем, алға ҡуйылған планды арттырып үтәй инем”, - ти хеҙмәт йылдары тураһында Өлфәт ағай.
1959 йылдың яҙында Мөшәрифә Ғәтиәт ҡыҙы менән өйләнешеп, йәш ғәилә гөрләтеп донъя ҡороп ебәрә. Улар 5 бала - 4 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләп үҫтерә. Балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырып, хәҙер 5 ейәнсәре, 6 ейәне араһында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйҙәр. Мөшәрифә апай ғүмер буйы колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр эшләне. Тормош юлы ниндәй генә ауырлыҡтар менән һынаһа ла, бирешмәнеләр. Әлеге көндә икәүҙәникәү бер-береһенә терәк-таяныс булып донъя көтәләр. Өйҙә ныҡлы хужа барлығы, донъя тирәһенең төҙөклөгөндә күренә, өйҙөң эсендә лә хужабикәнең уңғанлығы, бөхтәлеге тойола. Оло йәшенә ҡарамай, Мөшәрифә апай һаман да бәйләм бәйләй. Уларға тағы ла оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙың күркәм пары булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас