Ҡыш бит тиреһенең айырыуса ныҡ тәрбиә талап иткәнен һәр ҡатын-ҡыҙ яҡшы белә.
Сәбәбе - һыуыҡ һауала тире йонсой, ә бүлмәләге йылытҡыстар уны киптерә. Шуға ла ҡыш осоронда тирене кибеүҙән һаҡлар кәрәк, һыуһыҙ ул ҡорой, тиҙ ҡартая. Бының өсөн косметологтар һабындарҙы, составында спирт булған лосьон, тониктарҙы йырағыраҡ алып ҡуйырға кәңәш итә. Иртәле-кисле төрлө косметик күбектәрҙе, махсус йыуынғыс шыйыҡсаларҙы ҡуллана башлағыҙ. Майлыраҡ кремдар менән файҙаланыу яҡшы. Тышҡа сыҡҡанда туҡландыра торған кремдарға өҫтөнлөк биреп, дымландырғандарын тик төнгөлөккә һөртөү рөхсәт ителә.
Ҡышҡы осорҙа төрлө косметик майҙар ҙа тирегә яҡшы тәьҫир итә. Тик уларҙың үҙен генә түгел, ә битегеҙгә килешкән кремға ҡушып һөртөү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.
Тирене туҡландыра, дымландыра торған битлектәр хаҡында ла онотмайбыҙ. Улар махсус кибеттәрҙә бихисап, тирегеҙгә ярашлыһын һайлап алырға була. Бигерәк тәбиғигә өҫтөнлөк биреп, составында химик матдәләрҙең аҙыраҡ булғанын һайлағыҙ.