Йәмғиәт
1 Января 2021, 11:35

Ғинуар - сатлама һыуыҡтар айы

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.


Бесәй ишекте тырнаһа – буран, йомарланып ятһа һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа тарта.
Ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа, һалҡын булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе буласаҡ; ҡарлы һәм буранлы булһа, июлдә ямғыр йыш яуыр.
Боҙбармаҡтар йыш һәм оҙон булһа, көҙгөһөн уңыш мул булыр.
Ҡыш йондоҙҙар баҙыҡ янһа – һалҡынға, тоноҡ янһа йылыға тарта.
Читайте нас