Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Хөрмәт хеҙмәттә яулана

Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһы коллективы һөнәри байрамдары уңайынан тантаналы сара уҙғарҙы.

Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһы коллективы һөнәри байрамдары уңайынан тантаналы сара уҙғарҙы.


Осрашыу Башҡортостан Республикаһы ветеринария хеҙмәте барлыҡҡа килеүенең 130 йыллығына ла арналғайны. Байрамда коллективтың бөгөнгө хеҙмәткәрҙәренән тыш әлеге көндә хаҡлы ялда булған ветерандар ҙа ҡатнашты. Һәр заманда ла үҙ эшен намыҫлы башҡарған, малдар араһында сирҙәр таралыуына юл ҡуймау өсөн көрәшкән был һөнәр эйәләре эшләгән йылдарын хәтергә алды.


Муниципаль районы хакимиәте башлығының агро-сәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Николай Левашов ветеринарҙарҙы тәбрикләп, был һөнәрҙең ни тиклем хөрмәтле булыуын, бигерәк тә уларҙың ауыл ерендә үтә кәрәклеген билдәләне. Хеҙмәтеңде баһалағанда эшкә дәрт тағы ла арта. Байрам тантанаһында хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ветеринария участкаһы ветеринар фельдшеры Наил Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығының Рәхмәт хатына, ветеринар табип Альбина Ураҙғолова менән бухгалтер-кассир Вера Епифанова муниципаль райондың маҡтау грамоталарына эйә булды.


Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы буйынса ветеринария станцияһы начальнигы Ғайзулла Дәүләтов үҙ сығышында был хеҙмәт барлыҡҡа килеү тарихына байҡау яһаны, Ишембай ҡалаһы ветеринария хеҙмәтенең төрлө йылдарҙағы етәкселәрен атап, уларҙың был тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индереүҙәрен әйтте.


Бөгөнгө көндә ветеринария станцияһы Ишембай һәм Салауат ҡалаларын хеҙмәтләндерә, улар ҡарамағында 13 ауыл биләмәһе, 10 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ, 15 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм башҡа ойошмалар иҫәпләнә.


Ғайзулла Ғайнулла улы малдар араһында ауырыуҙарҙы булдырмау маҡсатында диагностика һәм профилактикалауҙың алдынғы алымдары ҡулланылыуы хаҡында һөйләне. Ауыл хужалығы малдары өсөн амбулатор карталар, йорт хайуандары, эт, бесәйҙәр, бал ҡорттары өсөн паспорттар булдырыу ҙа уларға үткәрелгән профилактик саралар тураһында тулы мәғлүмәт бирә.


Әлбиттә, эшләгәс, ҡаҙаныштар ҙа етерлек. Мәҫәлән, 2015 йылда учреждение Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ” конкурсында ҡатнашып, диплом һәм бронза миҙалға лайыҡ булды. Уңыштарҙың нигеҙенә коллективтың хеҙмәте, тырышлығы һалынған. Үҙҙәренең ветерандары менән дә ғорурлана улар. Әлеге байрамда ветеринарҙар аҡһаҡалы, Хажы ауылынан 80 йәшлек Байтимер Салауатов ҡатнашты. Мәртәбәле юбилейы менән тәбрикләп ветстанция коллективы уға изге теләктәр теләне, бүләк тапшырҙы. 1963 йылда Сәлих ветеринария дауаханаһында ветфельдшер булып хеҙмәт юлын башлаған һәм ғүмер буйы ауылда ошо ауыр ҙа, яуаплы ла эште башҡарған Байтимер Зиннәтулла улы ысын мәғәнәһендә хөрмәткә, маҡтауға лайыҡ.


- Мине ҙурлағандары өсөн коллективҡа рәхмәт. Йәштәргә теләгем шул – тырышып эшләһендәр, - тине ул.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 72-се һанында (8.09.2017) уҡығыҙ.
Читайте нас