Донъяла шундай кешеләр була, уларҙың күңел йылыһы яҡындарына, балаларына ғына түгел, эргә-тирәһендәгеләргә лә етә. Ғаилә усағын дөрләтеүсе ҡатын, бәхетле әсәй, өләсәй, шул уҡ ваҡытта үҙ һөнәренең оҫтаһы, йөрәк йылыһын балаларға өләшеүсе уҡытыусы Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы Мәҡсүтова тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе.
Исемен республика мәғарифы тарихына намыҫлы хеҙмәт менән яҙған яҡташыбыҙҙың тормошо хәҙер күп йылдар Өфө менән бәйле, әммә уны һәр ерҙә Ишембай ҡыҙы тип беләләр.
- Әсәйем Ғәйниямал Ғәли ҡыҙы менән атайым Әбделхай Әбделхаҡ улы Ниғмәтуллиндар икеһе лә Арлар ауылынан. Бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Бәләкәйҙән тормош һынауҙар менән сыныҡҡан ҡәҙерлеләребеҙ шул тиклем тырыш, егәрле булды, беҙ ҙә эш белеп үҫтек. Беҙҙе, 2 ул һәм 7 ҡыҙҙы, ҡәҙерләп үҫтерҙеләр. Атайым ғүмер буйы колхозда бригадир булып эшләне. Ифрат яуаплы, хәстәрле, башҡаларҙың хәленә инә белер ине. Иң тәүҙә халыҡты уйланы. Колхоз гөрләп торҙо, бер түгел, өс бригада сәмләнеп, ярышып эшләй ине. Бында етәксенең өлөшө ни ҡәҙәр ҙур булғанын үҙем эшкә егелгәс кенә аңланым, - тип иң элек ғәзиздәре тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты Менүәрә Әбделхай ҡыҙы.
Әңгәмәсемдең күңелендә яҡындары менән бәйле матур хәтирәләр аҙ түгел. Әсәһе Ғәйниямал Ғәли ҡыҙы йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышлы була. “Илсе Ғайса”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Сибай” кеүек халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Табындарҙа ла гел уны йырлата торғандар.
Атайҙарының уны ғорурланып, әҫәрләнеп тыңлап ултырыуы ла әле лә балаларының күҙ алдында. Әйткәндәй, әсә моңо ҡыҙҙарына ла күсә. Улар барыһы ла тиерлек
йырлайҙар, моң яраталар. Ете ҡыҙ. Булдыҡлы һылыу бер туған ете апалыһеңленең бер-береһе өсөн янып тороуҙарын күргән һәр кем туғанлыҡ көсө, бәхете хаҡында уйланалыр.
- Бала сағымды хәтергә алһам, атайымды ҡанаттарын йәйеп осҡан бөркөт, әсәйемде бәпкәләрен йылы ҡуйынына йыйған инә ҡаҙ менән сағыштырам. Икеһе лә ғәжәп хәстәрлекле, беҙҙе барлыҡ хәүефтән, яманлыҡтан ҡурсаларға әҙер булған изге йәндәр ине. Үҙҙәре ярты етемлектә, мохтажлыҡта, көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы иңдәрендә күтәреп үҫкәнгә, беҙҙе етешлектә, бөтөн күңелле итеп тәрбиәләргә тырыштылар. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа белем алдыҡ, теләгән һөнәргә эйә булдыҡ, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Атай бик иртә, 57 генә йәшендә ҡаты ауырыуҙан арабыҙҙан китте. Әсәйҙең мәрхүм булыуына алты йыл. “Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, ярҙамсыл, татыу булығыҙ, хеҙмәт яратығыҙ. Бәхет нигеҙе – ғаиләлә”, тип ғүмерлек һабаҡ бирҙеләр, - Менәүәрә апайҙың хәтирәләре ғәзиздәренә оло рәхмәт менән үрелгән.
Атай-әсәй әйткәненә тоғро була балалары. Менәүәрә Һайран урта мәктәбендә белем ала, Башҡорт дәүләт педагогия институтын маҡтаулы тамамлай. Яҡташы Әмир Дауыт улы менән матур ғаилә ҡоралар. Йәш ғаилә Өфөлә төпләнә. Менәүәрә Әбделхай ҡыҙы хеҙмәт юлын 20-се башҡорт мәктәбендә башлай.
- 1985 йылдан ошо мәктәптәмен. Милли белем усағында эшләү хыялым ине. Тормошта ниндәй генә үҙгәрештәр, ҡыйынлыҡтар булмаһын, милли мәктәп үҙ асылын һаҡлап ҡалды. Директорҙарыбыҙ ҙа һәр береһе халҡының патриоты, рухи әйҙәүсеһе булды. Мәҫәлән, яҡташым Хисам Хәйбуллин мәктәпте башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртеүгә күп көс һалды һәм маҡсатына өлгәште. Уҡыусыларға ла, коллективҡа ла атай, ағай һымаҡ булды. Яҡлай ҙа, талап итә лә белде. Гимназиябыҙҙы күптәр Өфөләге башҡорт мәктәптәренең әсәһе тип иҫәпләй. Мин дә шул фекерҙә. Бөгөн дә Фатима Мостафина исемен йөрөткән, 50 йыллыҡ тарихы булған уҡыу йорто гөрләп эшләй. Гимназияла быуындар бәйләнеше көслө. Элекке уҡыусыларыбыҙ күбеһе беҙгә хәҙер балаларын килтерә. Белем усағын яратҡан, хөрмәт иткән, киләсәген хәстәрләгән уҡыусыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәт, - уҡытыусының һүҙендә хеҙмәт коллективы ҡарата сикһеҙ ғорурлыҡ сағыла.
“Кеше ниндәй генә ғилем менән хайран ҡалдырмаһын, иң тәүҙә уның ышаныслы таяуы булырға тейеш. Был терәү – рухи ҡиммәттәр”, - замандашымдың ошондай фекере менән дә килешмәй булмай.
20 йыл гимназия директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән Менәүәрә Мәҡсүтова баш ҡаланың Совет районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ та халҡы өсөн файҙалы ғәмәлдәр башҡара. Шул уҡ ваҡытта театрспектаклдәрҙең, концерттарҙың ихлас тамашасыһы, матбуғат баҫмаларының яҡын дуҫы ла ул.
- Ғөмүмән, тормошомдағы, эшемдәге бөтә уңыштар, яҡшылыҡтар атайым менән әсәйемдең тәрбиәһенән. Туғандарым шул ҡәҙәр һәйбәт, ярҙамсыл. Төн уртаһында шылтыратһаң да ярҙамға килергә әҙер торалар. Был - ата-әсәйемдең тәрбиәһе. Әле лә күҙ алдында, әсәйебеҙ фани донъя менән хушлашыр мәлдә үҙен бөтөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уратып алғайны. Береһе ҡулынан тотоп тора, икенсеһе аяғын ыуа, өсөнсөһө башынан һыйпай... Әсәйем бер мәлгә генә күҙен асты ла, күплегебеҙҙе, берҙәмлегебеҙҙе күрептер, шундай матур итеп йылмайҙы. Бәхет кисереп баҡыйлыҡҡа күсте ул, - тип йәнә лә ғәзиздәрен хәтергә алды әңгәмәсем.
Нимә ул бәхет тигән һорауға ла Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙының үҙ фекере бар.
- Бәхет төшөнсәһе киң. Ғаиләң булыу, тыуған ереңдә матур йәшәү, тырышлығыңдың емештәрен татыу – үҙе ҙур бәхет. Быны яҡындарымдың, коллегаларымдың, уҡыусыларымдың, уларҙың ата-әсәләренең ихтирамында ла тоям. Күңелеңә ятҡан эшең булыуы ла ҡанатландыра. Бына хәҙер 38 йыл яратҡан мәктәбемдә математика дәресен алып барам, - ти ул.
Тырышлыҡ юғалып ҡалмай. Яҡташыбыҙ “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәйҙең Почетлы мәғариф хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған, Башҡортостандың 100 йыллығына айҡанлы миҙал менән бүләкләнгән.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙының үҙенең ғаиләһе тураһында ла яҙмай мөмкин түгел. Тормош иптәше Әмир Дауыт улы менән 40 йылға яҡын матур ғүмер итәләр. Ире лә юғары хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән, физика-математика фәндәре кандидаты. Белемгә ынтылышлы ғаиләлә ҡыҙҙары Алһыу һәм улдары Азат күркәм тәрбиә алып үҫә. Хәҙер улар үҙҙәре лә ғаиләле. Алһыу юғары белемле иҡтисадсы, әлеге көндә банкта баш белгес булып хеҙмәт итә. Ире Артур менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Азат һөнәре буйынса юғары белемле инженер. Әле нефтьсервис компанияһында техник директор вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Лилиә менән шулай уҡ ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Тормошонан бөтә яҡлап та уңған Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы ошондай бәхетте башҡаларға ла теләй:
- Бөтә кешенең дә яңы үрҙәргә ынтылып, халҡына файҙалы булып, рухи ҡиммәттәрен һаҡлап, ғаилә хәстәрлегенә күмелеп, ата-әсәһенең изге фатихаһында йәшәүен теләйем. Тыуған районым гәзитендә ҙурлауығыҙ өсөн оло рәхмәт, - ти ул ихлас йылмайып.
Күңел бөтөнлөгөнә, бәхеткә юлды йәшәй-йәшәй аңлайһың. Ә тормош һуҡмаҡтарында Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы кеүек кешеләр осрауы был юлды ышаныслы, туп-тура итә кеүек.