Бөгөн Скворчиха ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тантанала Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Шапочкин ҡатнашты.
Яңы ФАП республика адреслы инвестиция программаһы буйынса бер йыл эсендә төҙөлдө. Ул Скворчиха, Яңы Николаевка, Осиповка ауылдары, Лесное һәм Торгацк утарҙары халҡын хеҙмәтләндерә. Был төбәк халҡының һаулыҡ һағында 31 йыллыҡ медицина стажы булған 1-се категориялы фельдшер Рәшиҙә Килмөхәмәтова тора.