Йәмғиәт
30 Декабря 2020, 14:05

Ҡураларҙа малҡайҙар көйшәп торһон

2017 йылдан Сәлих, Әхмәр, Ҡанаҡай, Әптек һәм Яңы Әптек ерҙәрендә үҙ эшен алып барған “Едих Е.В.” кәрәҫтиән-фермер хужалығын райондың ышаныслы предприятиелары рәтендә атай алабыҙ. Үгеҙ йылына аяҡ баҫырға торғанда Сәлих фермаһында яңы тыуған быҙауҙарҙы, үгеҙ һимертеү майҙансығын күреп кәйеф күтәрелде.

2017 йылдан Сәлих, Әхмәр, Ҡанаҡай, Әптек һәм Яңы Әптек ерҙәрендә үҙ эшен алып барған “Едих Е.В.” кәрәҫтиән-фермер хужалығын райондың ышаныслы предприятиелары рәтендә атай алабыҙ. Үгеҙ йылына аяҡ баҫырға торғанда Сәлих фермаһында яңы тыуған быҙауҙарҙы, үгеҙ һимертеү майҙансығын күреп кәйеф күтәрелде.
Колхоз-совзоздарға алмашҡа килгән крәҫтиәнфермер хужалыҡтары - ауыл тормошоноң тотҡаһы ла, кәйефе лә. Ҡураларҙа көр малҡайҙар, ҡараулы баҫыуҙар – иң күңелле күренештер ул. Ҡайһы ауылға барып инмә, иң тәүҙә күҙгә ташланғаны - фермалар, ырҙын табаҡтары. Уларҙың хәленә ҡарап, ғөмүмән, ауылдағы тормош ағышын самалайһың. Сәлих һөт-тауар фермаһында беренсе күрешкән кешебеҙ - Азамат Мырҙабаев та ошо фекерҙе ҡеүәтләп ҡаршыланы.
- Әлбиттә, ферманың эшләп торғаны яҡшы. Хужаһыҙ биналар һәғәттә юҡ булырға, емерелергә тора. Ҡырҡ йыллап хеҙмәт стажым бар, ғүмер буйы ауыл хужалығында
эшләнем. Хужалыҡтар тарҡалғанда иң ауыры - минең һымаҡ пенсия йәшенә етә яҙған ололарға. Инвестор тигәндәре ситтән киләме, эште үҙебеҙҙең егеттәр етәкләйме, иң мөһиме – халыҡҡа эш булһын, хеҙмәтеңә лайыҡлы түләнһен, - һимертеү майҙансығындағы үгеҙҙәргә фураж таратҡан мәлдә күп нәмә менән уртаҡлашып өлгөрҙө Азамат Ғайсар улы. Эйе, ауылдар киләсәге - ауыл хужалығына йөҙ бороусы булдыҡлыларҙа. Евгений Едих хужалығы бөгөн иллеләп кешене эш урынлы иткән. Йәш етәксе үҙе әйтеүенсә, халыҡ ихтирамын тик эш менән генә яулап була. КФХ эшен йәйелдәргән ауылдарҙа бөтәһе 6 мең гектарға яҡын ерҙә төрлөһөн үҫтерә, бер мең башҡа яҡын ит, һөт тоҡомло малдары бар, йылҡысылыҡҡа ла дәрт иткәндәр. Ошо өс йылда байтаҡ яңы техника алынған.
- Ауыл хужалығы тармағында тиҙ табышҡа иҫәп тоторға ярамай, тәүҙә үҙеңдекен һалырға мөмкинлегең булыуы мөһим. Беҙ ит тоҡомло һыйыр малын үрсетеүгә 20 миллион һумға дәүләт гранты оттоҡ, һуңғараҡ уның ярҙамында үҙебеҙҙең сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай аласаҡбыҙ. Биналарҙы яңыртыуҙы, реконструкциялауҙы дауам итәбеҙ.
Сәлих фермаһында байтаҡ эштәр эшләнде, яңы тыуған быҙауҙарҙы айырым тотоу, үгеҙҙәрҙе һимертеү майҙансығын эшләнек, йылҡы малы өсөн аҙбар реконструкцияланды. Әхмәрҙә бер ферма бинаһын ремонтланыҡ, икенсеһендә эштәр бар әле, - тип уртаҡлашты Евгений Викторович.
Коллектив өсөн бер ҙур ваҡиғаны иҫләп, хужалыҡта ябай эш кешеһенең хеҙмәте баһаланыуын да әйтке килә – механизаторҙары Фаил Уразаев быйыл “БР атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне” исемен ҡаҙанды. Бөгөн Едих хужалығында Минеғәли Хәйбуллин, Фәнил Алтынбаев кеүек ғүмер буйы ошо яуаплы тармаҡта тырышҡандар эшләүе күп нәмә тураһында һөйләй.
- Әле көнөнә 4 тонна тирәһе һөт оҙатабыҙ. Һауын һыйырҙар торған ферма ярым механизацияланған. Былтыр һөт үткәргестәр һуҙылды, хәҙер һауынсыларыбыҙ ауыр биҙрәләр күтәреп, бушатып йөрөмәй, - тип уртаҡлашты ферма мөдире Фәнил Алтынбаев. - Етәксебеҙ ауыл хужалығына үҙ көсөн, эштең ҡатмарлығын баһалап килгән тип әйтә алабыҙ. Беҙҙең кәңәште лә тота. Йәштәр ауыл хужалығынан өркмәһен өсөн, әлбиттә, көслө хужалыҡтар күбәйергә, тармаҡта эш хаҡы артырға тейеш. Колледждарҙа эшсе һөнәрҙәргә уҡыу ҙа почетлы булһын ине.
Етер ундай замандар. Санкциялар хикмәтеме, үҙ ризығыбыҙҙың, үҙ еребеҙҙең ҡәҙерен яҡшыраҡ аңлай башланыҡ кеүек. Илде икмәкле, итле, һөтлө иткән тармаҡ эшсәндәренә яңы йылды яңы уңыштар менән ҡаршыларға булһын.
Фото: автор
Читайте нас