Йәмғиәт
30 Декабря 2020, 13:58

Рәхим итегеҙ...айнытҡысҡа!

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа төбәктәргә эсеп үҙаллы хәрәкәт итә алмаған һәм ориентирын юғалтҡан кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн махсуслашҡан ойошмалар асыу хоҡуғын биргән законды ҡабул итте. Уға ярашлы, республиканың ҡалалары һәм райондары 1 ғинуарҙан түләүле айнытҡыстар аса ала.

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа төбәктәргә эсеп үҙаллы хәрәкәт итә алмаған һәм ориентирын юғалтҡан кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн махсуслашҡан ойошмалар асыу хоҡуғын биргән законды ҡабул итте. Уға ярашлы, республиканың ҡалалары һәм райондары 1 ғинуарҙан түләүле айнытҡыстар аса ала.

Был закон проекты авторҙарының береһе булған Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, Рәсәйҙә айныҡтырыу системаһын тергеҙеү - күптән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә.

Белеүебеҙсә, бындай учреждениеларҙы 2011 йылда ябылып бөттө. 1992 йылға тиклем улар Эске эштәр министрлығына ҡараһа, һуңынан медицина учреждениеларына тапшырылды.

“Йыл һайын 10 меңдән ашыу эскән кеше үлә, Башҡортостанда төрлө мәғлүмәттәр буйынса – 170-203 кеше. Бынан тыш бик күптәр, тышта өшөп-туңып, инвалидҡа әйләнә. Енәйәттәрҙең 30 проценттан ашыуы эскән килеш ҡылына. Был законға ярашлы муниципаль берәмектәрҙең айнытҡыстар асыу мөмкинлеге буласаҡ. Беләм, муниципалитеттар быға ыңғай ҡарай, башлыҡтар менән һөйләштем, уларҙың һүҙҙәренсә, был тәҡдим бик кәрәкле. Айнытҡыстарҙы социаль учреждениелар базаһында йәки буш торған биналарҙа асырға мөмкин”, – ти депутат.

Яңы закон буйынса, айнытҡыстарҙы дәүләт-шәхси хеҙмәттәшлек нигеҙендә асырға мөмкин, был иһә төбәктәргә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Бер төн йоҡлап сығыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү яҡынса ике мең һумға төшәсәк, тип күҙаллана. Полиция тураһындағы законға ла үҙгәреш индерелгән, хәҙер тәртип һаҡлау органдары иҫерек кешеләрҙе айнытҡыстарға яба ала. Быға тиклем уларҙың бындай вәкәләттәре юҡ ине.

Фото: 35media.ru
Читайте нас