Йәмғиәт
25 Декабря 2020, 07:10

Машина менән үтеү сикләнә

Яңы йыл байрамын һәм сараларын уҙғарыу сиктәрендә Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте 2020 йылдың 25 декабренән 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем Ишембайҙа транспорт саралары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү ойошторолоуы тураһында иҫкәртә.

Яңы йыл байрамын һәм сараларын уҙғарыу сиктәрендә Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте 2020 йылдың 25 декабренән 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем Ишембайҙа транспорт саралары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү ойошторолоуы тураһында иҫкәртә. 2020 йылдың 22 декабрендәге 935-се ҡарарға ярашлы, транспорт хәрәкәте өлөшләтә түбәндәге урамдарҙа сикләнә:
- Ленин проспекты – Революция урамы киҫелеше (“Таң” ҡунаҡханаһы тирәһе);
- Ленин проспекты (ориентир - 52А йорто) – Революция урамы – Урал урамы киҫелеше;
- Ленин проспекты – Губкин урамы киҫелеше (таҡ һәм йоп
яҡтар).
Читайте нас