Социаль селтәрҙәр аша яуған мәғлүмәт һәр ваҡыт дөрөҫлөккә тура килһә икән! Үҙәк район дауаханаһының Гагарин урамы, 48 адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһының авария хәлендә тип танылыуы һәм бинаны емереүҙән башҡа сара юҡ тигән хәбәр ишембайҙарҙа бик күп һорауҙар тыуҙырҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов килеп тыуған хәл буйынса ентекле аңлатма бирҙе – бинаны һүтеү тураһында һүҙ йөрөтөргә нигеҙ юҡ.
- Бындай ҡарарҙар бер көндә һәм бер кеше тарафынан ғына ҡабул ителмәй. Социаль селтәрҙәр аша таралған мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Эйе, балалар поликлиникаһы авария хәлендә тип танылған. “СТКПРОЕКТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – ошондай һорауҙарҙа махсуслашҡан ойошма ағымдағы йылдың 6 ноябрендә үҙ һығымтаһын сығарған (ред. № 122-2020-ОТС). Унда бына нимә тиелә: “Поликлиника бинаһында беренсе этаж менән подвал араһында төҙөлөш конструкциялары зыян күргән, төрлө дефекттары бар һәм был биналағы кешеләр ғүмерен, сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя”. Беҙ Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге социаль селтәрҙәрҙә бинаның һүтеләсәге тураһында биргән мәғлүмәт менән риза түгелбеҙ. Ҡарар ғәмәлдә юҡ. Бындай эштәрҙә ҡабаланыу һәм профессионалдәр ҡарашын иҫәпкә алмау яҡшыға алып бармай. Бөтәһе лә талап ителгән тәртиптә һәм комиссиялар ҡатнашлығында йәмәғәтселек өсөн асыҡ рәүештә хәл ителәсәк. Беренсенән, кешеләр сәләмәтлегенә зыян килергә тейеш түгел, икенсенән – тағы күп йылдар халыҡҡа файҙа килтерә алған бинаны нигеҙһеҙ юҡ итә алмайбыҙ. Хәлде республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм яуаплы органдар белгестәре ингән махсус комиссия ентекле өйрәнә. Бинаны һүтеү тураһында ҡарар сығарыу район хакимиәтенең дә, Үҙәк район дауаханаһы етәкселегенең да компетенцияһында түгел, - тине Азамат Фәрит улы.
2013 йылда поликлиникаға үткәрелгән косметик ремонт барышында әлеге етешһеҙлектәр хаҡында билдәле булмаған. Махсус комиссияның фекеренсә, тап ремонт мәлендә ҡулланылған материалдар, иҙән плиткаһын йәбештергәндә цемент ҡатнашмаһының ҡалын йәйелеүе подвалдағы таяуҙарға ауырлыҡты арттырған. Үҙәк район дауаханаһы муниципаль берәмек хакимиәтенә буйһонмай. Учреждение Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡарай. Социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте ҡарашынан айырмалы мәғлүмәтте еткереүҙе лә ошоноң менән аңлатырға булалыр.
Йәмәғәт комиссияһы ошо көндәрҙә тәүге ултырышҡа йыйылды, комиссияны күп йылдар балалар поликлиникаһы мөдире булған Галина Зайцева етәкләй. Комиссияға шулай уҡ хакимиәт белгестәре, Үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район һәм ҡала Советы депутаттары инде. Асыҡланыуынса, “СТК-ПРОЕКТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биргән һығымта бинаны мотлаҡ һүтергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Белгестәр фекеренсә, бинаны тотоп торған стеналар зыян күрмәгән. Һуңғы һүҙҙе вәкәләтле комиссия әйтәсәк, йәмәғәтселек комиссияһы иһә проблемаға үҙ ҡарашын белдерҙе һәм поликлиника бинаһын реконструкциялауға техник ҡарар табылырына ышана.
Балалар хәүефһеҙлеге, кешеләр именлеге һәр заманда беренсе урында тора. Әлегә медицина учреждениеһының диагностика кабинеттары белгестәре, участка табиптары йәш пациенттарҙы Пролетар урамы, 28 адресы буйынса икенсе ҡатта ҡабул итеү ойошторған. Ихата яғынан айырым инеү урыны ҡаралған. Эш ваҡыты элеккесә. Регистратура телефоны: 2-48-77; 2-20-98.
Һуңғы ике йылда муниципаль район хакимиәте Ишембай Үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын яңыртыуға ҙур иғтибар бүлде. Муниципаль район бюджетынан тыш сараларға Петровский участка дауаханаһы капиталь ремонтланды, Ғүмәр һәм Иҫке Һәйет ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөлдө, Аҙнай, Ҡыяуыҡ, Кинйәкәй ауылдарында ФАП-тар ремонтланды. Яңы Георгиевкала модулле ФАП асылды. Скворчихала яңы ФАП төҙөлөшө аҙағына яҡынлай. Ҡолғона участка дауаханаһының яңы проекты әҙер. Бала табыу йортонда капиталь ремонттан һуң заманса мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Күҙ микрохирургияһы бүлексәһе яңы урында яңы һулыш кисерҙе. Күптән түгел ҡалала капиталь ремонттан һуң Седов тыҡрығы, 1 адресы буйынса балалар поликлиникаһы филиалы асылды. Федераль саралар иҫәбенә Этҡол, Маҡар, Әхмәр табип амбулаторияларының матди-техник хәлен яҡшыртыу ниәтләнгән. Районда тағы бер нисә ФАП төҙөү планға ингән.