Йәмғиәт
22 Декабря 2020, 15:29

Тамырҙарын белгәнгә икеләнеү хас түгел

Быйыл октябрь айында үтергә тейеш булған халыҡ иҫәбен алыу сараһы пандемия арҡаһында 2021 йылдың апреленә күсерелгән осорҙа үҙ тамырҙарың тураһында уйланырға ваҡыт та, форсат та сығып торған һымаҡ. “Киләсәкте булдырабыҙ” - сираттағы халыҡ иҫәбен алыу тап ошо девиз аҫтында үтәсәк һәм уның элеккеләренән айырмалары ла байтаҡ.

Быйыл октябрь айында үтергә тейеш булған халыҡ иҫәбен алыу сараһы пандемия арҡаһында 2021 йылдың апреленә күсерелгән осорҙа үҙ тамырҙарың тураһында уйланырға ваҡыт та, форсат та сығып торған һымаҡ. “Киләсәкте булдырабыҙ” - сираттағы халыҡ иҫәбен алыу тап ошо девиз аҫтында үтәсәк һәм уның элеккеләренән айырмалары ла байтаҡ. Беренсенән, үҙең тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда ҡалдырып буласаҡ, ә бына быныһына барыбыҙ ҙа иғтибар бирһәк ине - хәҙер һәр кем үҙен бернисә милләткә индерә һәм бер нисә туған телен күрһәтә ала... Шуға күрә әлеге осорҙа һәр халыҡ алдында тамырҙарыңды барлап, үҙ асылыңа ҡайтыуҙан да ҙурыраҡ бурыс бармы икән?
Һәр дәүләт өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның дәүләт бурыстарын билдәләү менән бергә һалым йыйыу, хәрби эшмәкәрлеккә бәйле борондан барлыҡҡа килеүе тураһында һәр кем яҡшы хәбәрҙар. Бөгөн дә халыҡ иҫәбен алыу төбәктәрҙә демографик, иҡтисади, социаль мәғлүмәтте туплау, уны дөйөмләштереү, анализлау йәһәтенән мөһим сараларҙың береһе булып тора.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа шәжәрәне өйрәнеү ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге тураһында уйланыуға шәхсән үҙемде республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш районында Бөрө ҡалаһында 10 йылға яҡын йәшәү һәм эшләү тәжрибәм этәрҙе. Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы уҡытыусыһы булараҡ, миңә Башҡортостандың Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Дүртөйлө, Мишкә, Тәтешле кеүек төньяҡ-көнбайыш райондарына йыш сығырға тура килде. Урындағы халыҡ менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә уларҙың тарихына һәм тел үҙәнсәлектәренә иғтибар итмәйенсә ҡала алманым.
Ҡайһы ғына халыҡтың үткәнен алма, тәү сиратта уның теленең тарихи үҫешенә иғтибар итәһең. Ысынлап та телдең боронғо халәтен өйрәнеү күп
нәмәгә асҡыс ярата. Был йәһәттән башҡорт теле фонетик системаһының формалашыуын һәм диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу үтә мөһим. Бигерәк тә, ғилми дискуссиялар объекты булараҡ, төнъяҡ-көнбайыш диалекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡорт диалекттары үҙ тамырын боронғо төрки теленән ала, ә уларҙа "һ", "ҙ", "ҫ" өндәренең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тотороҡло ғына булмай. Һөйләштәрҙә был специфик өндәрҙең барлыҡҡа килеүен Николай Дмитриев, Эрнст Ишбирҙин кеүек телсе ғалимдар боронғо иран ҡәбиләләренең (сарматтар) йоғонтоһо менән бәйләгән. Ә төнъяҡ-көнбайыш диалектында "с" өнө урынына – "ч", ә "ҫ" һәм "һ" урынына "с"-ны ҡулланыу уның вәкилдәрен татар этносына бороуға йәки уларҙың телен татар теле тип ҡарауға һис кенә лә сәбәп бирмәй. Ерле һөйләштең фонетик, морфологик, лексик үҙенсәлектәрен, шулай уҡ шәжәрә, фольклор буйынса мәғлүмәттәрҙе, ҡәбилә-ырыуҙарҙың тамғаларын иҫәпкә алмай тороп, "ч" - "с" өндәрен "с"-"ҫ"-"һ" өндәре менән ҡоро сағыштырыу, уны татар теле тип иҫәпләү өсөн ғилми дәлил була алмай.
Төньяҡ-көнбайыш диалектының боронғолоғон башҡорт ырыуҙарының тарихын өйрәнеүсе, шәжәрәләр төҙөүсө, Туймазы районының археографы, генеалогы Альберт Исмаил да инҡар итмәй. Мәҡәләне күп төрлө фекерҙәр менән байытыу теләгем уның менән интернет селтәре аша яҙышыуға этәргес булды.Белгестең фекерен, уның боронғо башҡорт телендә һөйләшеүенә ихтирам һаҡлап, диалектта биреү күпкә отошлораҡ, тип уйлайым.
“Мин үзем Нефтекама тумышлы. Әти-инәйләрем Шаран районы ауылларындан. Инәй ҡайчандыр Ҡырғыз волостенә кергән Күгәрчен-Бүләк ауылы асаба башҡортларындан булса, әтийем элекке Ҡаңлы волосте, ә аңарча Ыҡ Тамьян иләүенә кергән Чуваш-Тамьян (Яңа тамьян) ауылының типтәр башҡортларындан. Һәр башҡорт үз шәжәрәсен, жиде буынын,
биләгән жирләрен белергә һәм онотмасҡа тийеш. Безнең Төнъяҡ Көнбайыш яҡлары белән язмыш бик зәһәр уйнады. 30-нчы йылларда безнең башҡортларыбызны нишләптер татар дип яздыра башлайлар. Аның сәбәбен без һаман да төгәл әйтә алмайбыз. Һәм, ҡызғанычҡа ҡаршы, бүген бик күп кеше үз милләтен татар дип санай. Бу дөрөс түгел. Башҡортны үз милләтендән айырып, ҡорал белән көч ҡулланып биләгән жирләрен оноттырганнар. Өстәвенә 1919нчы йылда барлыҡҡа килгән Башҡортостан республикасы составына безнең районлар 1922 нчы йылда ғына керә. Безнең районлар 3 йыл буйы нишләгән? Сүләшкән телебезне татар теле итеп иғлан иткәнләр, милләтебезне татар дип яздырғанлар. Бер яҡтан Ҡазанлар булса, икенче яҡтан үзебезнең милләттәшләребез безне читкә эттеләр. Мондый ише хаталар тарихыбызда бүтән булмасын иде. Чығырындан чыҡҡан милләтебезне кире ҡайтару жиңелләрдән түгел. Бүген милләттәшләребез безгә тайаныч булырға тийешләр. Без бит башҡортлар. Бүгенге көндә без күп иттереп шәжәрә бәйрәмләрен үткәрәбез. Халҡыбыз Башкирияда татар, Татарияда башҡорт диюләрдән арып, шушы шәжәрәләрне ике ҡуллап ҡабул итә. Әле Совет чоро буйы чит исем астында йәшәп, кире башҡортлыҡҡа ҡайтҡанда кеше психологик кичерешләр белән жайлашырға тырыша. Безнең сүләшкән тел, безгә мирас итеп ҡалған иске башҡорт теле, без аның варислары, без аны саҡлап ҡалырға тийеш. Иске башҡортчабыз белән әҙәби башҡортсабыҙ бер үк ҡошноң ике ҡанаты. Безнең районлардан бик күп кәренекле шәхесләребез башҡорт халҡының киләчәгенә өлөшөн керткәнләр: депутат Сыртланов, шағир Бабич, З.Валидиның яҡын дусты Халиҡов һәм башҡалар. Без үзебезнең башҡортлығыбызға тайанып, бердәм башҡорт нациясен булдырырға бурычлыбыз. Киләсе буынлар хәтеренә, жиребез өчөн ҡан ҡойған бабаларыбыз хөрмәтенә.”
Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫеп, 40 йылға яҡын Баҡалы районында йәшәүсе тарих һәм башҡорт теле уҡытыусы, педагогия хеҙмәте ветераны Гөлйыһан Вәлиева ла ғүмеренең күп өлөшөн ырыуҙарҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә бағышлаған. Ошо проблеманы яҡтыртҡан материал әҙерләүебеҙҙе белеү менән, беҙгә яҡташыбыҙ ҡайһы бер мөһим мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
- Шәжәрә төҙөүҙә архив документтарының ярҙамы ҙур. Ауыл советында булған ябай ғына хужалыҡ кенәгәләре лә (похозяйственные книги) күп кенә мәғлүмәт бирә ала. Мәҫәлән, үҙҙәрен татар тип һанаған күрше Ҡыҙыл Бүләк ауылы кешеләре ата-бабалары башҡорт булыуын шул документ буйынса асыҡланы. Башҡортостандың көнбайыш райондарында бер бала - татар, икенсеһе башҡорт тип яҙылған ғаиләләрҙе йыш осратырға була. Минең тормош иптәшем менән ағаһы - башҡорт, ә ике ҡустыһы татар тип яҙылған. Шәжәрә төҙөү бындай хаталарҙы төҙәтергә, халыҡҡа үҙ асылына ҡайтырға булышлыҡ итә, - тигән фекерҙә Гөлйыһан Зиннур ҡыҙы. - Баҡалы районында күпселек халыҡ төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә, был хатта керәшендәрҙең телендә, йырҙарында ла сағыла. Халыҡтың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ла башҡорттоҡо. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Иҫке Маты ауылында ҡорот етештереп, фронтҡа оҙатҡандар. Ололар һөйләүе буйынса, ураҙа айына күпләп талҡан әҙерләгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡумыҙҙа уйнағаны ла билдәле.
Яҡташыбыҙ - автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы һәм билдәле шәрҡиәтсе ғалим Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт халҡына васыятында милләтте һаҡлау тураһында иҫкәртеп яҙған. Бөгөн уның ауылдаштарының шәжәрә төҙөү буйынса тап алдынғы сафтарҙа килеүен күреү бик мәслихәт.
- Беренсе тапҡыр "шәжәрә"һүҙенең нимә аңлатҡанын Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейының тәүге директоры Кәрим Фәтҡулла улы Шәйәхмәтовтан ишетеп белдем. Ул саҡта 10-сы класта уҡып йөрөй инем.
Кейәүгә сыҡтым, балаларым үҫте. Уларға мәктәп осоронда үҙ тамырҙарын өйрәнеп, шәжәрә төҙөргә ҡуштылар. Тормош иптәшем Фәнис Вәлиев яҡлап нәҫел ептәребеҙҙең Әхмәтзәки Вәлидиҙең тамырҙарына, атап әйткәндә, Вәли муллаға тоташҡанын белдек. Шулай итеп Вәлиевтар шәжәрәһен төҙөп ҡуйҙыҡ, - тине үҙ тәжрибәһенән сығып, Әхмәтзәки Вәлиди йорт-музейы мөдире Миннира Вәлиева. - Күп кенә йылдар үтте. Үҙем музейҙа эшләй башланым. Кәрим Шәйәхмәтов менән яҡындан аралашырға тура килде. Ул шәжәрә төҙөгәндә атаһы Фәтҡулланан һаҡланып ҡалған амбар китабындағы мәғлүмәттәргә таянып эшләүен һөйләне. Баҡһаң, Кәрим ағайҙың атаһы ауыл ҡарттарынан ишеткәндәрен ошо китапҡа теркәй барған икән. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа күптәрҙең шәжәрә төҙөүе тураһында ишетелеп тора. Был эштә ҙур белгес булараҡ Рәжәп Абдулхаҡ улы Зариповтың, Айрат Минеәхмәт улы Алтынбаевтың, Әхмәт Мөхәмәт улы Лотфуллиндың эҙләнеүҙәр алып барыуын беләм. Улар "Башархив"ҡа мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренең тәрән тамырҙарын асыҡлауға өлгәшкән. Был, әлбиттә, архивҡа барып исем-фамилияңды әйттең дә бөтә туғандарың килеп сыҡты тигән һүҙ түгел. Әхмәт Мөхәмәт улы, шәжәрә төҙөгәндә мәсеттә ҡалған яҙмалар, архивтағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренең ярҙамы күп булды, тип һөйләй. Ысынлап та, шәжәрә төҙөгән кеше үҙенең барса туғандарын, ата-бабаларын – тотош ырыуын иҫкә төшөрә. Улар тураһындағы мәғлүмәтте балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә мираҫ итеп ҡалдыра. Үҙ тарихын ете быуынына тиклем белгән кеше, әлбиттә, халыҡ иҫәбен алыуҙа милләт күрһәтеүҙең мөһимлеген яҡшы аңлай. Ошо сара ваҡытында милләттең үҫеше йә иһә киреһенсә кәмеүгә барыуы буйынса мәғлүмәттәр барлана. Уларға ҡарап хөкүмәтебеҙ беҙҙең киләсәгебеҙҙе хәстәрләй, киләсәккә пландар, эштәр маҡсатлай.
Был мәҡәлә, әлбиттә, гәзит уҡыусыһы тап беҙҙенсә уйларға тейеш, тигән фекерҙән сығып яҙылманы. Һәр кеше үҙ асылын һайлауҙа ирекле. Ә шәжәрәһен төҙөгәндәргә, белгәндәргә икеләнеү хас түгел, улар тарихи ысынбарлыҡты тойоуҙары менән бәхетле.
Читайте нас