Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 11:10

ӘЛДӘ КҮРШЕЛӘРЕ ИШЕТКӘН

Янғын иҫкәрткес ҡоролмаларының һәр йортта булырға тейешлеген хәтеребеҙгә ныҡлы һалып ҡуйһаҡ ине. Уның ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуы тураһында миҫалдарҙы ситтән эҙләргә лә кәрәкмәй. 18 декабрь төнөндә Ибрай ауылында йортҡа ут тоҡана. Янғын иҫкәртеүсе ҡоролманың көслө тауышын ишеткән күршеләр 69 йәшлек ирҙе ут эсенән алып сығып өлгөрә.

Маҡар ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы ярҙамы менән янғын туҡтатыла. Тәүге фараздар буйынса, ут төҙөк булмаған мейестән сыҡҡан. - Был йортта яңғыҙ йәшәүсе кеше булараҡ янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ноябрь айында ғына ҡуйылған булған. Профилактик сара барышында йортто иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау кеше ғүмерен ҡотҡарҙы, - ти Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы Рөстәм Даянов.
Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһында 2016 йылдан алып урындағы һәм республика бюджеты аҡсалары иҫәбенә 9 меңгә яҡын янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма алынған. Улар һуғыш ветерандарына, оло йәштәге яңғыҙ йәшәүсе кешеләргә, күп балалы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә бушлай ҡуйылған.
- Быйыл ғына ошо приборҙар ярҙамында муниципаль районда өс янғынды иҫкәртә алдыҡ, 15 кеше ҡотҡарылды, шул иҫәптән биш бала, - ти Рөстәм Риф улы. - Һәр кем йортона, фатирына ошо ябай ҡоролманы һатып алып ҡуйһын ине. Улар махсус магазиндарҙа һатыла, хаҡы 250-400 һум.
Статистика буйынса янғындарҙың 96 процентында кешеләр уттың үҙенән түгел, ә һөрөмдән, яныу продукттарынан тонсоғоп үлә. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бинала төтөн
сыҡҡанда көслө итеп ҡысҡыра, йоҡлап ятҡан кеше лә, күршетирә лә уны мотлаҡ ишетәсәк.
Читайте нас