Йәмғиәт
22 Декабря 2020, 14:15

Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт

“Ишембай электр селтәрҙәре” производство бүлексәһенең Петровск район электр селтәрҙәре районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарын да хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә алған.

22 декабрь – Энергетик көнө

“Ишембай электр селтәрҙәре” производство бүлексәһенең Петровск район электр селтәрҙәре районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарын да хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Улар ҡарамағында 1200 километрҙан ашыу оҙонлоғонда электр линиялары. Эш еңелдән түгел. Тәүлек әйләнәһенә оператив-сығыу бригадаһы дежур итә. Ҡайҙалыр авария була ҡалһа, көнмө, төнмө, ямғырмы, ҡармы, улар сараһын күрергә ашыға. Петровск РЭС-ы ҡарамағындағы 13 мең тирәһе абонент физик шәхестәр булһа, бынан тыш 650 юридик шәхес бар. Хеҙмәтләндереүҙән тыш яңы ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыу бурысы ла һалынған коллектив иңенә. Әлеге көндә алып барылған күләмле эштәрҙең береһе - Ишәй ауылының һәм “Нефтсе” совхозының яңы биҫтәләренә электр һуҙыу саралары.
Коллективта 50 кеше эшләй. Электромонтерҙар, водителдәр, административ-техник персонал - эштең көйлө барыуы һәр береһенең үҙ яуаплылығын аңлауҙан тора. Һөнәр оҫталарының береһе - ҡулланыусыларҙы тоташтырыу бүлеге инженеры Наил Дәриғәт улы Йәһүҙин менән яҡындан таныштыҡ. Район электр селтәрҙәрендә ул 12 йыл тырыша, эшенең бар нескәлектәрен белеп бөткән. Уға яңы объекттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу, яңы электр линияларын проектлау кеүек яуаплы бурыстар йөкмәтелгән.
- Коллективыбыҙ берҙәм, һәләтле. Беҙҙең өлкәгә осраҡлы кешеләр килмәй. Артабан да уңышлы эшләргә булһын, - ти тәжрибәле белгес.
Петровск РЭС-ын Дмитрий Морозов етәкләй.
- Төп бурысыбыҙ – район халҡын электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ һәм сифатлы тәьмин итеү. Кешеләргә уңайлы, яҡты булыһын өсөн тырышабыҙ. Һөнәри байрамыбыҙ менән хеҙмәттәштәремде ихлас ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, аварияһыҙ эш теләйем. Етеп килгән Яңы йыл байрамдарын да матур, тыныс итеп үткәрергә булһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Дмитрий Владимирович.
Фото: автор
Читайте нас