ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы ирекмәндәр хәрәкәте “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән “Сабырлыҡ өсөн рәхмәт!” мәрхәмәтлек акцияһын ойошторҙо.
Дистанция форматында уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, студенттар тормошо социаль селтәрҙәрҙә ҡайнай. Яңы йылға әҙерлек сараларына бәйле фекерҙәре араһында йәштәр хәйриәлек акцияһын үткәреү ниәтен күтәреп алды. Көнө-төнө халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәткән аҡ халатлыларҙың кәйефен күтәрә алабыҙ! Филиал етәкселеге студенттарҙың был башланғыстарын хуплай һәм йәштәр дәртләнеп эшкә тотона. 1-се курс студенттары Григорий Ахрименко, Екатерина Казарочкина һәм Илья Жуков өсөһө лә акцияла дәррәү ҡатнашыусы ирекмәндәр.
- Беҙ эшҡыуарҙарға, кондитерҙарға шылтыратып, изге башланғысыбыҙҙа ярҙам итеүҙәрен һораныҡ. Уларҙың береһе лә “юҡ” тимәне. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә бик күп тәмлекәстәр әҙерләнек. Беҙ юҡҡа ғына акцияны “Сабырлыҡ өсөн рәхмәт!” тип атаманыҡ. Әлеге осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Яңы йыл уларға тик яҡшы хәбәрҙәр генә килтерһен, - ти Екатерина.
Юғары уҡыу йортоноң тәрбиә эштәре буйынса педагогы Элмира Яҡупова был сараның ике яҡ өсөн дә әһәмиәте хаҡында әйтте.
- Был йыл беҙҙе күп нәмәгә, һаулыҡтың ҡәҙерен белергә, бер-береңә иғтибарлы булырға, эште баһаларға өйрәтте. Тарихҡа инәсәк 2020 йылдың оло бер бите медицина хеҙмәткәрҙәренә арналырға тейеш. Йәш ирекмәндәребеҙ бергәләп тотонғанда ҙур эш ойоштороп булғанды аңланы. Ил буйынса йыл дауамында барған “Табиптар хаҡында хәстәрлек”, “Беҙ бергә” акциялары асылында тап ошо фәһем ята, - тине ул.
ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы акцияла ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтен белдерә. Улар: “Тәмле” татлы ашамлыҡтар предприятиеһы етәксеһе Айгөл Юхаева, «Бриошь» ҡәһүәханаһы директоры Лина Нәсибуллина, кондитер Рита Йәғәфәрова, «Юленька» кондитер цехы етәкселәре Римма һәм Юлия Школьниковалар, «Гурман» рестораны директоры Лилиә Работяева, «Винни Пух» кондитер цехы етәксеһе Регина Әминова. Изгелекле ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә ҡайтһын, яҡташтар!