Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған «Теләктәр шыршыһы»нан өс шар һайлап алғайны. Уларҙың береһендә яҡташыбыҙҙың - 65 йәшлек Татьяна Буланкинаның ҙур экранлы планшет тураһындағы хыялы яҙылған булып сыҡты.
Бөгөн төбәк етәксеһенең бүләген Татьянаға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тапшырҙы.
«Теләктәр шыршыһы » Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем йәки аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған оло йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға быйыл 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт биргәйне.