2021 йылдан йыллыҡ бухгалтерия отчеты һалым органдарына бары электрон вариантта тапшырылырға тейеш.
Эшмәкәрлек төрҙәренә ҡарамаҫтан, бөтә ойошмаларҙың да электрон отчет биреүгә күсерелеүе тамамланып килә.
«Бухгалтерия иҫәбе тураһында» Федераль законға үҙгәреш индереү тураһында» 2018 йылдың 28 ноябрендәге 444-се Федераль законының 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инеүе менән, бухгалтерия отчетын Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенә (Росстат) тапшырыу йөкләмәһе туҡтатылды. Сөнки хәҙер Бухгалтерия иҫәбенең дәүләт мәғлүмәт ресурсын (ГИР БО) ойоштороу һәм алып барыу федераль һалым хеҙмәтенә йөкмәтелде.
Ошо үҙгәрештәргә ярашлы, йыллыҡ бухгалтерия отчеты һалым органдарына бары электрон вариантта тапшырылырға тейеш. Быға тиклем кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына ингән ойошмаларға күсеү ваҡыты яйлаштырылғайны – 2020 йылда һалым түләүселәрҙың 2019 йылғы бухгалтерия отчетын ҡағыҙҙа ла, электрон форматта ла тапшырыу мөмкинлеге булды. 2021 йылдан һалым түләүселәрҙең бөтә категориялары ла 2020 йылғы бухгалтерия иҫәбен электрон вариантта тапшырырға бурыслы. Был процесты документ әйләнеше операторҙары аша башҡарырға кәрәк.
Электрон документ әйләнеше операторҙарының теҙмәһе Инспекцияның мәғлүмәт стендтарында һәм Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында бирелгән.
Ҡағыҙ форматындағы бухгалтерия отчеты үткәндә ҡаласаҡ. Шуға ла ошо үҙгәрештәргә бөгөндән әҙер булыу мөһим. Электрон иҫәпте файҙаланыуға индереүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, ваҡыт аҙ ҡалды. 2020 йыл өсөн бухгалтерия иҫәбе 2021 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителәсәк.