92 йәшлек тыл ветераны, ҡәйнәм Әҡлимә Ғәбделнасыр ҡыҙы Әһлиуллина тыуған яғын үтә яратҡанға ла ситкә сығып китмәй, бар ғүмерен Йәнырыҫында үткәрә. Уның тормош юлы беҙҙең өсөн үҙе бер өлгө.
Һуғышҡа тиклем тыуған быуынға тиҙ өлкәнәйергә тура килә. Атаһы ла бик иртә был донъянан китеп бара. Шуға ла егәрле ҡыҙ үҫмер сағынан әсәһенең ныҡлы терәгенә әүерелә, үҙенән кесе өс бер туғанын ҡараша. Сана һөйрәп урманға утынға йөрөй, йәйен әсәһенә эйәреп баҫыуға утауға сыға. 1943 йылда, 15 йәшлек сағында Стәрлетамаҡҡа ФЗО-ға алына. Уны тамамлағас та Миәскә эшкә ебәрелә. Сит тарафтарҙан тыуған ауылын үтә лә һағынып ҡайтып төшә ул. Эштән ҡурҡып тормаған ҡыҙ ырҙын табағында ла, йәшелсә баҡсаһында ла, колхоз яланында ла тир түгә. Кистәрен ҡап һуғалар, сабата үрәләр...
1949 йылда ошо ауыл егете Кәлимулла менән тормош ҡоралар, ике ул үҫтерәләр. Эшкә егәрле кеше тормошта юғалып ҡалмай. Икеһе лә колхозда тырыша. Ҡайным тракторсы ла, бригадир ҙа булып эшләй, ҡәйнәм фермала быҙау ҡарай, сөгөлдөр утай. Донъяларын да матур итеп тоталар. 67 йыл бергә татыу ғүмер иттеләр. Үкенескә күрә, ҡайным биш йыл элек 88 йәшендә мәрхүм булды.
Ҡәйнәмдең бала йәнле булыуы, йолаларҙы үтәүе матур сифаттарының береһе. Йәшерәк сағында күрше-тирә яҡ балаларын йыйып, “Ҡарға бутҡаһы” байрамын ойошторған мәлдәрен күптәр хәтерләйҙер.
Ғүмер буйы ҡалала йәшәһәк тә, ҡәйнәм олоғайғас, уны ҡарайыҡ, терәк булайыҡ тип, тормош иптәшем Мәғсүм менән Йәнырыҫҡа күсеп ҡайттыҡ. Ләкин ҡартайҙым тип һис
кенә лә тик ултырырға яратмай ҡәйнәм. Өй эштәрендә һаман да ярҙамлаша.
Үҙе егәрле булғас, малтыуар аҫрап донъя көтөргә тырышҡандарҙы ярата. “Ауылда ниндәй йәм, әгәр ҡураңда әтәс тә ҡысҡырмағас”, - ти ул. Ҡәйнәм миңә үҙ әсәйем кеүек яҡын. Уның әйткән кәңәштәре лә һәр ваҡыт файҙаға.
- Берегеҙ ут булһа, икенсеһегеҙ һыу булһын, - тип ҡабатларға ярата ул.
Элек ситтә йәшәгәндә беҙҙе һәр ваҡыт йылы ашы, яҡты йөҙө менән ҡаршы алды. Хәҙер үҙе беҙгә шуны өйрәтә: ”Балаларығыҙ ҡайтыуға ашығыҙ бешкән булһын”, - тип алдан хәстәрләй башлай.
- Әле булһа “Торатау” гәзитен яратып уҡыйым. Йәштәрҙең, райондаштарҙың уңыштарына, ауылдарҙың төҙөкләндерелеүенә һөйөнәм. Уҡып, үҙем шул ауылдарҙы күреп, кешеләре менән аралашып ҡайтҡандай булам, - ти ул.
Ауырлыҡтарға һынмаған ҡәйнәмә рәхмәт әйтеп, тормошоноң дауамы булған ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең наҙына күмелеп тағы оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.