Был сирҙән халыҡ медицинаһы ярҙамға килер.
*300 г туралған һуғанға 100 г бал, 600 г ҡоро шарап һалып, 2 тәүлек төнәтергә, йыш ҡына болғатып торорға. Һөҙөп, ашар алдынан 3-4 ҡалаҡ эсергә.
* Уртаса ҙурлыҡтағы 4-5 башлы һуғанды әрсеп, ваҡ итеп турарға ла, 2 литрлы быяла һауытҡа һалырға һәм өҫтөнә сыҡҡансы ҡайнаған һәм һыуытылған һыу ҡойорға. Төнәтмәне ашарҙан 20 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 17 көн. Быяла һауытҡа көн һайын 1 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу өҫтәп торорға, төнәтмәне бүлмә йылылығында һаҡларға. Был дауаны йылына 1 мәртәбә эшләргә.