Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә көслө йүткереүҙән тәбиғи сара ярҙам итәсәк.
Бының өсөн бары тик бер нисә уртаса кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, уның һутын марля аша һығырға кәрәк. Һутҡа 1:1 иҫәп менән ҡайнап һыуытылған һыу ҡушып бутайбыҙ. Был шыйыҡсаға 1-2 сәй ҡалағы бал ҡушабыҙ.
Шифалы эсемлекте ярты сәғәт ашар алдынан, берешәр аш ҡалағы итеп көнөнә 5 тапҡыр ҡулланырға. Йүткереүегеҙ, һә тигәнсе үтеп китер.