капиталь ремонттан һуң балалар поликлиникаһы филиалы эш башланы
Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Седов тыҡрығы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһы филиалында ҙур ремонттан һуң тәүге пациенттар ҡабул ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эште ҡабул итеү комиссияһы талаптарына ярашлы, поликлиникала ремонт башҡарған подрядсы компания барлыҡ етешһеҙлектәрҙе 31 декабргә тиклем төҙәтергә бурыслы ине. Ошо эштәр тамамланыу менән, бығаса стоматология поликлиникаһы бинаһында эшләгән медицина персоналы һәм ҡорамалдар ҡайтанан Седов тыҡрығындағы филиал бинаһына күсерелде.
Үҙ эсенә күп төрлө эштәрҙе алған капиталь ремонт муниципаль район бюджетынан тыш аҡсалар иҫәбенә башҡарылған. Подрядсылар инженер селтәрҙәрен тулыһынса яңыртҡан, хәҙер поликлиниканың эске һәм тышҡы биҙәлеше лә бик күркәм, тирә-яҡ территорияһы төҙөкләндерелгән – яңы асфальт түшәгәндәр һәм уңайлы парковка булдырылған. «Ҡулайлы мөхит» маҡсатлы программаһын ярашлы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла инеү урыны яйлаштырылған.
- Педиатрҙар балаларҙы ҡабул итә башланы. Медицина ҡорамалдарын ҡороу менән, 30 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, тоҙ шахтаһы, физиотерапия һәм лаборатория кабинеттары үҙ эшен дауам итәсәк. Тиҙҙән филиалға яңы йыһаздар ҡайтартыла, ультратауыш диагностикаһы һәм электрокардиография кабинеттары асыла. Бөгөн медицина учреждениеһы бөтә талаптарға ла яуап бирә – хеҙмәткәрҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә ремонттан һуң үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт, - тип уртаҡлашты балалар поликлиникаһы филиалы мөдире Надежда Купреева.
Филиал ҡаланың Көнъяҡ биҫтәһендә, Перегонный һәм Иҫке Ишембай микрорайондарында йәшәүсе 6500-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.
- Ремонтты түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ, сөнки ғаиләлә бер-бер артлы өс бала үҫеп килә. Бигерәк тә тоҙ шахтаһының һәм йыһаздарҙың яңыртылыуын ишетеп ҡыуандыҡ.
Балаларға көндөҙгө стационарға йөрөү оҡшай, сәләмәтлектәре нығына, кәйефтәре күтәрелә, - тине ремонттан һуң поликлиникаға беренселәрҙән булып килгән Регина Төхвәтуллина.
Поликлиника хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлыҡтарҙы ремонтҡа тиклемге менән сағыштырырлыҡ түгел. Балаларға заманса шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге артты, ти коллектив. Филиал регистратураһының телефоны һандарын хәтерләп ҡуйығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр: 8(34794) 6-26-13.
Ошо көндәрҙә Үҙәк район дауаханаһының Гагарин урамы, 48-се йорт адресы буйынса балалар поликлиникаһында ремонт эштәре башлана. Участкалар педиатрҙары Пролетар урамы, 28-се йорт адресы буйынса (элекке күҙ бүлексәһе) 2-се ҡатта ҡабул итә.
Регистратура телефоны: 8(34794) 2-20-98, 2-48-77.