Республика хоҡуҡ һаҡсылары йәйәүлене бәрҙереп ҡасҡан водителде эҙләй. Кеше үлеме менән тамамланған юл фажиғәһе 13 декабрь кисендә Ишембайҙа була.
Ҡаланың Тыныслыҡ һәм Совет урамы киҫелешендә 53 йәшлек ирҙе бәрҙереп, енәйәт урынынан ҡасҡан водитель, фаразланыуынса, ҡара төҫтәге ВАЗ-2109 машинаһында була.
Төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, зыян күреүсе ир дауаханала йән бирә. Осраҡлы рәүештә был ваҡиғаға шаһит булыусылар енәйәтсене табырға ярҙам итә ала – ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.