Йәмғиәт
13 Декабря 2020, 10:00

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Гөл ҡәҙерен былбыл белер.Ғилеме барҙың телеме бар.Ғәйепле үҙ күләгәһенән дә ҡурҡа.Ғәмһеҙ кеше – йәнһеҙ кеше.Димсе диңгеҙ кистерә.Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй.

Гөл ҡәҙерен былбыл белер.
Ғилеме барҙың телеме бар.
Ғәйепле үҙ күләгәһенән дә ҡурҡа.
Ғәмһеҙ кеше – йәнһеҙ кеше.
Димсе диңгеҙ кистерә.
Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй.
Донъя баҫһа, тоҙ ҙа татлыға әйләнә.
Донъя бер гөл итеп, бер көл итеп өйрәтә.
Дошманыңа үлем теләгәнсе, үҙеңә ғүмер телә.
Дүрт аяҡлы ат та абына.
«Дыр», «ҙыр»ға ҡош та ҡунмай.
Дәртле дарманын табыр.
Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
Ҙур йыртыҡты бәләкәй ямау ҡапламай.
Ҙур урманда ҡарға булғансы, бер ҡыуаҡта былбыл бул.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Егетлек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Егәрленең ҡулы егерме.
Ел иҫмәй, япраҡ һелкенмәй.
Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ.
Заманына күрә - туйы, далаһына күрә - ҡуйы.
Иген ер һыуына үҫмәй, тир һыуына үҫә.
Иген яйын иккән белер, арба яйын еккән белер.
Изгелектең иртәһе-кисе юҡ.
Ике кеше бер булһа, илле кеше йөҙ булыр.
Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай.
Ил тупланһа – туп була, ил ойошһа – уҡ була.
Инә ҡаҙ ҡаңҡылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
Иренгән «иртәгә» тиер.
Ирле иренә таяна, ирһеҙ биленә таяна.
Иртәгә ҡалған эшең – һынып төшкән тешең.
Иртәнге тигән уй менән бөгөн тамаҡ туймай.
Исеменә күрә есеме.
Иҫерек – иҫәр һыңары.
Иҫке ғәҙәт ташланмай, яңыһы башланмай.
Иҫәпкә бар, һанға юҡ.
Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл.
Ит аҫылы – ҡарталыр, зат затына тарталыр.
Итексенең итеге тишек, тимерсенең балтаһы китек.
Итәк киҫеп, ең булмаҫ, иҫке дошман дуҫ булмаҫ. (Салғый киҫеп, ең булмай.)
Йоҡо яҫтыҡ һорамай.
Йөҙ дуҫ аҙ була, бер дошман күп була.
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә.
Йүләр һүҙгә йүгән юҡ.
Йылыға йылан да эйәләшә.
Йыраҡта булһа – кешнәшә, яҡында булһа – тешләшә.
Йыуашлыҡты беләләр, тоталар ҙа үбәләр.
Йыуаштан йыуан сыға.
Йәне теләгән йылан ите ашаған.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас