Ҡайһы берәүҙәр быны йылытылған ҡом, бешкән йомортҡа менән дә эшләй. Әммә белгестәр әйтеүенсә, был файҙалы булыуҙан бигерәк, зыян ғына килтерә.
Һәр тымау – елһенеү билдәһе. Уны вирустар, бактериялар, аллергендар тыуҙырыуы ихтимал. Тымау урындағы ҡан тамырҙарының киңәйеүенә килтерә, танау туҡымаһы шешә, елһенә, лайла бүленеү көсәйә. Был хәл танау ҡыуышлығына ла тарала.
Йылытҡан саҡта иһә танау ҡыуышлығына ҡан ағымы көсәйә, елһенеү процесы тағы ла әүҙемләшә, лайла арта, тын алыу ауырлаша. Шешеү танау һәм танау ҡыуышлығы юлдарын ҡаплай, бактериялар күпләп үрсей башлай, синусит сире барлыҡҡа килә. Тымауҙы дауалау өсөн ҡан тамырҙарын тарайтыусы препараттар ҡулланыу зарур. Был тын алыуҙы еңелләштерә, танау һәм танау ҡыуышлығы араһындағы юлдарҙы аса.
2. Эҫе ингаляциялар