Хәҙер ауылдың үҙендә уңайлы клуб һәм ФАП бар.
Ҡыяуыҡта клуб менән фельдшер-акушерлыҡ пункты 1913 йылдарҙа төҙөлгән бәләкәй генә боронғо ағас бинала эшләп килде. Әлбиттә, бындай хәлдә ауыл халҡына уңайлыҡтар, хеҙмәткәрҙәренә тейешле эш шарттары тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә урынһыҙ ине. Район хакимиәтенең ҡарары нигеҙендә быйыл ике учреждениены ла ауыл мәктәбе бинаһына күсереү өсөн ҙур реконструкция эштәре башҡарылды.
Шишәмбе көн Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Ҡыяуыҡта булып, ауыл өсөн мөһим социаль йөкләмәле учреждениеларҙы техник асыуҙа ҡатнашты. Беҙҙең өсөн дә яңы шарттарҙа эшләүсе клуб һәм фельдшеракушерлыҡ пункты мөмкинлектәрен баһалау, хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу форсаты сыҡты. Өлкән класс уҡыусылары Петровскийға йөрөп уҡыуы сәбәпле, мәктәп бинаһының файҙаланылмаған майҙанын ремонтлап, ҡулайлаштырып, бына тигән шарттар булдырылған. Ике учреждениеға ла айырым ишектәр асылған, пандустар урынлаштырылған. Мәктәп хәҙер күп функциялы үҙәкте хәтерләтә. Ремонт эштәре бюджеттан тыш аҡсаны экономиялау иҫәбенә башҡарылған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты 70 квадрат метр майҙанды биләһә, клубҡа 140 квадрат метр майҙан бүленгән. Заманса уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән ауыл клубы мөдире Зөһрә Ғәмбәрова һөйөнөсөн йәшермәне:
- Элекке бина менән сағыштырырлыҡ та түгел. Сәхнәбеҙ ҙә юҡ ине, ҡыштарын һыуыҡ булды. Хәҙер бөтөнләй башҡаса мөмкинлектәр. Халыҡ ҡәнәғәт, дәртләнеп эшләргә лә эшләргә, - тине ул.
Хәҙер ҡыяуыҡтарҙың ысын мәғәнәһендә тартып торорлоҡ мөхитле, яҡты, йылы мәҙәниәт усағы бар. Бер урынға боронғо көнкүреш әйберҙәренән күргәҙмә эшләп ҡуйыуҙарында ла эшкә дәрт, илһам менән тотоноуҙары тойолдо. Әлбиттә, пандемия арҡаһында әлегә күпләп халыҡ йыйып байрамдар ойоштороп булмай. Күпселек саралар интернетта онлайн рәүештә уҙғарыла. Шулай ҙа ваҡытлыса ауырлыҡтар үтеп китер, киләсәктә был мәҙәни усаҡтан халыҡ өҙөлмәҫенә ышанабыҙ.
Район хакимиәте исеменән клубҡа музыкаль аппаратура тапшырып, Азамат Фәрит улы киләсәктә мәҙәни усаҡҡа йыһаздар менән ярҙам итеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла хәҙер бар уңайлыҡтар бар. Ҡабул итеү, процедура бүлмәләре булдырылған. Ҡыяуыҡ ФАП-ы был ауылдан тыш күрше Екатериновка һәм Михайловкала йәшәүселәрҙе - яҡынса 200-ләп кешене хеҙмәтләндерә. Был төбәктә йәшәүселәрҙең һаулығын 25 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Гүзәл Баһауетдинова хәстәрләй. Әйткәндәй, Йәнырыҫ фельдшеракушерлыҡ пунктына ла 35 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған фельдшер Рәхилә Бикташева етәкселек итә.Йәнырыҫ ауыл хакимиәте башлығы Минейәр Маннанов әйтеүенсә, Ҡыяуыҡта әлеге көндә 130-ҙан ашыу кеше йәшәй, күбеһе оло йәштәгеләр. Төҙөкләндереү буйынса быйыл ауылда башҡа эштәр ҙә башҡарылған. Ҡыяуыҡта юлдар насар түгел, шулай ҙа өҫтәмә саралар күрелгән. Ауыл зыяратына табан юл төҙөкләндерелгән, бынан тыш ФАП-ҡа илткән тыҡырыҡҡа ла ҡырсынташ түшәлгән.
Клуб, ФАП хеҙмәткәрҙәре ауылдаштар исеменән район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе, был мәсьәлә хәл ителеүен ҡыяуыҡтар, ысынлап та, байтаҡ йылдар көттө. Бәләкәй ауылмы, ҙурмы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ла, мәҙәниәт йорто ла халыҡ өсөн бик мөһим. Ауылдың бер ҙур таянысы, өмөтө улар.