1989 йыл аҙағында Ишембай “Юрматы” йәмәғәт ойошмаһы халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, бар донъяға танылған ғалим-тюрколог Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең яҡты исемен Тыуған иленә ҡайтарыу эшенә ең һыҙғанып тотондо.
Беҙҙең идеяны Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе Салауат Ғабдулла улы Булатов хупланы һәм был эште тормошҡа ашырыуға ярҙам итте. “Юрматы” рәйесе Нәзир Зыя улы Хисаметдинов, уның урынбаҫары Ишморат Ғайфулла улы Абайҙуллин һәм Салауат Ғабдулла улы Булатовҡа бер нисә тапҡыр ошо мәсьәлә менән Өфө юлын тапарға тура килде. Юрматыларҙың башланғысы ул ваҡыттағы БАССР Министрҙар Советы рәйесе Мортаза Рәхимов тарафынан хуплау тапты һәм тормошҡа ашырылды.
Сая егеттәребеҙҙең береһе Салауат Сәғитов Көҙән ауыл Советы янындағы майҙанға Башҡорт хөкүмәтенең байрағын да элеп ҡуйҙы.
1990 йылдың 10 декабрь көнө Ишембай ҡалаһы һәм районында Вәлидиҙең 100 йыллығын билдәләү тантанаһы үткәрелде. Сараға Төркиәнән Вәлидиҙең улы менән ҡыҙы Иҫәнбикә ханым һәм Субиҙай әфәнде, Венгриянан ғалимдар Йозеф Торма менән Тунжер Мандоки, союздаш республикалар ғалимдары килде.
Ул көндә Көҙән ауылына, Ишембай ҡалаһына бар Башҡортостандан халҡыбыҙҙың ҡәҙерле улын һағынып иҫкә алған кешеләр йыйылды. Мәҙәниәт һарайы ул тиклем халыҡты һыйҙыра алмағас, тантананы тышта ишетерлек итеп трансляциялау ойошторолдо.
Шул көндәге тантана мәлендә фотохәбәрсе Юрий Абакшин төшөргән бер нисә фотоһүрәтте йәмәғәтселеккә тәҡдим итергә булдым.
Һүрәттәрҙә: Иҫәнбикә ханым, Субиҙай әфәнде, венгр ғалимы Тунжер Мандоки, Көҙәндә клуб алдында үткәрелгән саранан күренеш.