Йәмғиәт
8 Декабря 2020, 11:05

Ярҙам итә алабыҙ!

Кеше бәләһенә битараф булмағандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм.

Кеше бәләһенә битараф булмағандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм.
Быйыл 3 декабрҙә Перегонный ҡасабаһында йәшәүсе туғандарыбыҙҙың йортонда янғын сыҡты. Был йорт уларҙың берҙән-бер мөлкәте ине. Ут бар донъяларын юҡҡа сығарҙы. Ошо көндәрҙә сабыйын көткән йөклө ҡатын, ире һәм 8 йәшлек улдары йортһоҙ һәм йәшәү өсөн аҡсаһыҙ тороп ҡалды. Социаль селтәрҙәр аша хәбәр иттек, яҡташтарҙың миһырбанлы күңеленә ышанабыҙ. Һәр кем аҙ ғына күләмдә булһа ла ярҙам итһә, ғаиләгә оло ярҙам булыр ине. Аҡсаны зыян күреүсенең телефоны буйынса
күсерергә мөмкин: 8-987-582-55-50. Алыусы: Наилә Тәлғәт ҡыҙы Х. Шылтыратып, иң кәрәкле әйберҙәр хаҡында ла һорашырға була.
Читайте нас