3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Күптәребеҙ был көндөң булыуы тураһында белеп тә бөтмәйҙер. Ҡағиҙә булараҡ, кеше үҙенә бәлә килгәндә генә көсһөҙөрәктәргә иғтибар итә...
1992 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән көн инвалидтар үҙҙәрен йәмғиәт тормошонда тиң тойоп йәшәһен өсөн
шарттар булдырыуға саҡыра. Был датаға аҡыл һәм физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ихтыяжына һәм үҙенсәлектәренә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү өсөн социаль инструменттарҙың береһе тип ҡарарға кәрәк. Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Һәр беребеҙҙең мөмкинлектәре сикле булғандарҙың тормошон бер аҙ еңеләйтеү өсөн үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге бар. Пандемия шарттары күмәк байрамдарҙы сикләне. Был көндә һәр йыл һайын ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн күркәм концерт, белгестәр менән осрашыу ойошторола торғайны. Әммә иғтибарға мохтаж яҡташтарыбыҙ әлеге шарттарҙа ла хәстәрлек тоя алды. “Балалар тураһында хәстәрләп” акцияһы сиктәрендә район һәм ҡала Советтары депутаттары ошо көндәрҙә үҙ иҫәбенә бүләктәр алып, Ишембай ҡалаһы һәм районында инвалид бала тәрбиәләүсе 74 ғаиләлә булды. Күп ваҡыт балаһы менән яңғыҙ ҡалырға мәжбүр булған сыҙам әсәләр, ҡунаҡтарҙы күреүгә коляскаһында ихлас тәгәрләп килеп етә һалған бала... Бындай осрашыуҙар, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәр һау-сәләмәттәр өсөн нығыраҡ кәрәктер тип тә уйлап
ҡуяһың. Кешелеклерәк, миһырбанлыраҡ булыу өсөн.
- Бер йылмайыуҙары ҡиммәт. Ғаиләләрҙән рәхмәт ишетеп, акцияның әһәмиәте, күптәргә ярҙамы тураһында уйландыҡ. Әлбиттә, һөйләшкән, бүләк бирешкән арала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләне борсоған һорауҙарҙы ла белергә тырыштыҡ, - тип уртаҡлашты район Советы рәйесе Галина Баканова.