Аш-һыу бүлмәһендә газ плитәһенең өҫтө тиҙ бысранып бара. Плитәне таҙартҡандан һуң, әлеге ҡатнашманы һөртөп ҡуйһағыҙ, икенсе юлы уны йыуып алыу уңайлы буласаҡ.
Ҡатнашма былай яһала: 3 аш ҡалағы кальций содаһы, 0,5 аш ҡалағы кер йыйыу порошогы, 1 аш ҡалағы елем, 1 стакан һыу. Бөтәһен бергә ҡушып, болғатырға. Ҡатнашманы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсанан бушаған һауытҡа һалып ҡуйһаң, ҡулланырға уңайлы буласаҡ.