Балаһөйәр халҡыбыҙҙа ишле ғаилә борон-борондан нәҫел ҡеүәте һәм ҙур байлыҡ булып һаналған.
Бөгөн дә Һайран ауыл биләмәһендә ырыу-затын күтәрерҙәй татыу, матур ғаиләләр бихисап. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән Әхмәтйәновтар ғаиләһе – тап шундайҙарҙың береһе.
Әсәйҙәр байрамында был күркәм ғаиләлә булыу форсаты сыҡты. Әхмәтйәнова Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙына Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Диана Ғәйнуллина исеменән ихлас ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙек. Был көн районда һәм ҡалала уның һымаҡ байтаҡ күп балалы әсәйҙәр ҡатын-ҡыҙҙар советының иғтибарын тойҙо.
Ауылдашыбыҙға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ. Һәр яҡлап та һәләтле, тырыш был ғаиләлә балалар ҙа эшһөйәр, илһөйәр булып үҫә. Ғафури районы ҡыҙының Һайранға килеп булып төшөүенә лә хәҙер 14 йыл булған. Ире Зинур Динар улы менән хәҙер биш балаға атай-әсәй булып, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тормош көтәләр. Ғаилә башлығы ҡалаға йөрөп эшләй,“Ишембай катализаторҙары” ойошмаһында оператор. Оло улдарына 12 йәш булһа, кинйәләре саҡ йәшен тултырған. Таһир менән Заһир – игеҙәктәр, бик һәләтлҽ малайҙар. Йырлайҙар, оҫта итеп һүрәт төшөрәләр. Зарина – бейеүгә ғашиҡ. Юлдар улдары ла һүрәтте матур төшөрә. Рәссамлыҡ һәләте
аталарынан киләлер, Зинур Динар улын яҡынтирәлә нағыштар менән тимер ҡапҡалар эшләүсе оҫта тип беләләр. Быныhы, әлбиттә, эштән тыш ваҡытта.
- Ауылыбыҙҙа ишле йәш ғаиләләр артһын ине. Ғаиләләрҙә татыулыҡ һәм тыныслыҡ булһын, һәр йортта шат балалар тауышы яңғырап торһон. Минҽңсә, шул - иң ҙур бәхҽт, - ти Гөлсәсәк.