Йәмғиәт
6 Декабря 2020, 11:05

Үҙ халҡының улы булды

26 ноябрҙә оҙаҡ ауырығандан һуң 86 йәшендә Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейының тәүге директоры ШӘЙӘХМӘТОВ Кәрим Фәтҡулла улы арабыҙҙан китте. Район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе булды ул.

26 ноябрҙә оҙаҡ ауырығандан һуң 86 йәшендә Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейының тәүге директоры ШӘЙӘХМӘТОВ Кәрим Фәтҡулла улы арабыҙҙан китте. Район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе булды ул.
Кәрим Фәтҡулла улы 1934 йылдың 8 авгусында Ишембай районының Көҙән ауылында донъяға килә. 1956 йылда Башҡорт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлай. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген Этҡол уртамәктәбендә башлай. 1960-1970 йылдарҙа - Көҙән урта мәктәбе, 1970-1974 йылдарҙа - Ишембай ҡалаһының 15-се мәктәбе, 1974-1984 йылдарҙа - Ишембай ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбе, 1984-1993 йылдарҙа – Ишембай ҡалаһының 9-сы мәктәбе директоры булып эшләй. Район мәғарифы үҫешенә фиҙаҡәр хеҙмәтен арнаған уҡытыусыны бер нисә быуын ишембайҙар тәрән рәхмәт менән иҫкә ала.
Кәрим Фәтҡулла улының 17 йылдан ашыу - 1993 йылдың 3 майынан 2010 йылдың 31 декабренә тиклем Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейын етәкләү осоро уның шәхесен тулы асты. Музейҙың эшләй башлаған осоро - Башҡортостаныбыҙ тарихынды айырым урын алып тора, был тарихты Кәрим Фәтҡулла улы үҙе бөртөкләп яҙышты. Яҡташтарға бөйөк ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен ҡайтарышты.
Кәрим Фәтҡулла улы ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, ул район Советының унынсы, ун беренсе, ун икенсе саҡырылыштары депутаты итеп һайлана. Тыуған ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән баһалана. Ул – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Башҡортосан Республикаһының мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарының, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, республика профсоюздар комитеты президиумының, ҡала һәм райондың бик күп почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Көҙән ауылының, районыбыҙҙың аҡһаҡалы ине ул. Кәрим Фәтҡулла улы үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итте, дини сараларҙы уҙғарыуҙа ҡатнашты. Ул дини һорауҙарҙа бик белемле ине. Ауылдаштары, уҡыусылары, коллегалары, БР Милли музейы коллективы Шәйәхмәтов Кәрим Фәтҡулла улын намыҫлы, уҡымышлы, эшһөйәр, үҙ иленең патриоты булараҡ хәтерләй. Үҙ халҡының улы булды ул. Шәйәхмәтов Кәрим Фәтҡулла улы тураһындағы яҡты иҫтәлек яҡташтар күңелендә мәңге һаҡланыр.
Читайте нас