Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 20:28

Яңы йыл тойолғандай

Ҡалала яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү бара. Байрам етеп килеүен белгертеп, күңелдәрҙе күтәрә был мәшәҡәт.

Ҡалала яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү бара. Байрам етеп килеүен белгертеп, күңелдәрҙе күтәрә был мәшәҡәт.
Ҡала биләмәһе хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл яңы йыл ҡаласыҡтары бер нисә урында буласаҡ . Төп ҡала шыршыһы – Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында урынлаша. Әле унда былтыр алынған пиксель шыршы ҡорола, тиҙҙән боҙ һындар ҙа ҡалҡыр.
Ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә лә яңы йыл ҡаласығы олоһон да, кесеһен дә һөйөндөрөп торор. Унда ысын шыршы ҡуйыла, боҙ скульптуралар эшләнә. Ошо уҡ урында , шыршы эргәһендә, каток ҡороу буйынса эштәр бара.
Йәштәр скверында ла яңы йыл кәйефен тоймай ҡалмаҫһығыҙ. Унда ла биләмә байрамса төҫ ала бара.
Ҡышҡы каникулды, оҙайлы Яңы йыл ялдарын катокһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Саф һауала рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға яратмағандар бик һирәктер. Әлеге көндә ҡаланың “Нефтсе” стадионында (4-се спорт мәктәбе биләмәһе) каток әҙерләү эштәре башланған. Ҡарҙы көтөп алдыҡ, хәҙер инде боҙ япмаһы булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.Был ял көндәрендә һыу ағыҙып боҙҙоң тәүге ҡатламын түшәйәсәктәр. Ул шыуырлыҡ булғансы хеҙмәткәрҙәргә байтаҡ тырышырға тура киләсәк. Һауа торошо ыңғай торғанда декабрҙең егермеләренә катокты эшләп бөтөү ниәтләнә. Ә инде 25 декабргә коньки прокаты эшләй башлаясаҡ, тип белдерҙеләр спорт мәктәбенән.
Түбәндәге фотоларҙа 80-90-сы йылдарҙа Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанының Яңы йылға нисек биҙәлеүен күрә алаһығыҙ. Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: