Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 13:57

Алаҡайҙар республика этабына сыҡты

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы йомғаҡланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ниһайәт, еңеүселәр иғлан ителде. “Айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа иң яҡшы тәжрибә” номинацияһында еңеүсе тип Скворчиха ауыл Советы биләмәһенән Алаҡай ауылы лайыҡ булды. Улар район хакимиәтенән 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы йомғаҡланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ниһайәт, еңеүселәр иғлан ителде. “Айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа иң яҡшы тәжрибә” номинацияһында еңеүсе тип Скворчиха ауыл Советы биләмәһенән Алаҡай ауылы лайыҡ булды. Улар район хакимиәтенән 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
“Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм сәләмәт тормош алып барыу идеяларын тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшы ҡаҙаныштар” номинацияһында Кинйәбулат еңеп сыҡты, 2-се – Ишәй һәм 3-сө урында - Көҙән. Ауылдарын сәләмәт тормошҡа әйҙәүселәр, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә тырышыусыларҙың берҙәм ҡаҙанышы был.
“Конкурс тематикаһын яҡтыртыусы иң яҡшы фото-видеорепортаж” номинацияһында еңеүҙе иһә Һайран ауылы яуланы.
- Алаҡай ауылы - берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын ойоштороп, ауылда уңайлыҡтар тыуҙырыу, тормошто яҡшыртыу өсөн әүҙем эшләүҙәре менән улар маҡтауға лайыҡ. Хәҙер инде алаҡайҙар республика этабында үҙҙәренең көсөн һынаясаҡ, - тине конкурс комиссияһының секретары, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин.
Муниципаль этапта еңеү яулау, әлбиттә, үҙе ҙур ҡаҙаныш. Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко бының бер көнлөк эш түгел икәнен билдәләп үтте.
- Был йүнәлештә күптәндән эшләйбеҙ һәм әле килеп уның һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Биш йыл элек “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығын булдырып, ауылды төҙөкләндереү, матурлау йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды. Ойошманың рәйесе Рафаил Мырҙағоловҡа ауылдаштар исеменән рәхмәтлемен. Алаҡайҙар еребеҙ матурлығын, таҙалығын һаҡлауға битараф түгел. Мәҫәлән, быйыл көҙ берҙәм тырышлыҡ менән зыяратҡа хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн бина төҙөп ултыртылды. Клуб мөдире Зәлиә Ғәйнуллина, фельдшер–акушерлыҡ пункты етәксеһе Ләйсән Сөйәрғолова, ҡатынҡыҙҙар, ветерандар советтары, ауылының бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәгән барлыҡ әүҙем ауылдаштарыбыҙ көсө менән был конкурста еңеүгә өлгәштек. Һанай китһәң, ыңғай үҙгәрештәр аҙ түгел. Ауылыбыҙҙа суррогат алкоголь һатыу нөктәләре бөтөрөлдө. Йәштәребеҙҙең Алаҡайҙа төпләнеп, йорттар һалып кереүе, балалар үҫтереүе шатлыҡлы күренеш. Артабан да шулай бергәләп эшләргә яҙһын, - тине Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Ауылдың көсө, уңышы – халыҡтың берҙәмлегендә икәнен йәнә бер раҫланы алаҡайҙар. Әлеге конкурсҡа видеоролик эшләүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштары, Ишембай муниципаль телевидениеһы операторы Илназ Бикҡужинға ла рәхмәттәрен еткерергә онотманы улар. Ауылыңды яратыу, күтәрергә тырышыу ошондай ябай ғына эштәрҙә сағыла ла инде.
Муниципаль кимәлдәге конкурс номинацияһында 1-се урын алыуға өлгәшеүсе кинйәбулаттарҙың да тырышлығы бушҡа китмәне.
- Еңеүгә өмөт иттек, сөнки күрһәтерлек эшебеҙ, һөҙөмтәләр бар. Мәҙәниәт йорто, ауыл Советы депутаттары, ағинәйҙәр, ғөмүмән, һәммәбеҙҙең тырышлығы һалынған был уңышҡа. “Айыҡ ауыл” исемен лайыҡлы йөрөтөргә тырышасаҡбыҙ, - тип белдерҙе урындағы хакимиәт башлығы Салауат Йосопов.
Ауылдарыбыҙ тормошо өсөн үтә лә әһәмиәтле конкурсты бында киләһе йылда ла күтәреп алмаҡсылар. “Айыҡ ауыл” исемен йөрөтөүгә лайыҡлы ауылдарыбыҙ бар тип, киләһе йылда ла ҡатнашырға ниәттәре булыуын әйттеләр Байғужа ауыл хакимиәтенән.
Ишәй ауыл Советынан быйыл дүрт ауыл конкурста ҡатнашырға теләк белдерһә, уңыш ишәйҙәргә йылмайҙы.
- 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында Яңы Ауыл шулай уҡ 2-се урын алғайны, быйыл да һынатманыҡ. Был конкурстың, эскелеккә ҡаршы көрәш менән бер рәттән, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа әһәмиәте ҙур. Үҫмерҙәр, йәштәр менән ихлас әңгәмәләр уҙғарыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Яңы вирус арҡаһында бөтә планлаштырылған сараларҙы уҙғарып бөтөп булманы. Алға ҡуйған маҡсаттарыбыҙ күп әле, - ти ауыл хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Гөлсинә Тимербулатова.
Әйтелгәндәргә ҡушылып, хакимиәт башлығы Илдар Таһиров ауыл биләмәһе буйынса суррогат эске һатыу нөктәләрен булдырмау йәһәтенән ҙур саралар күрелеүен билдәләне, артабан да был йүнәлештә эште туҡтатмаясаҡбыҙ, тине ул.
Айыҡлыҡ – көслөләр өлөшө. Эскенән баш тартып, сәләмәт тормош алып барыу аша үҙебеҙҙең, киләсәк быуындың именлеге тураһында хәстәрлек күрәбеҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсы ошо изге маҡсатҡа, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыусылар сафын арттыра.
Читайте нас: