Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2020, 00:15

Фекерем бар

Әхирәтем Төркиәлә йәшәй. Үҙ илендә рәхәт тормош күрмәй, эскесе булдыҡһыҙ иренән ҡасып китергә мәжбүр булды. Төрөк теле менән мәктәптә уҡығанда уҡ ҡыҙыҡһына ине. Бала саҡтан танышмын икеһе менән дә. Яратышып өйләнештеләр. Эскән, ситкә йөрөгән ир түгел ине. Ни өсөн шулай килеп сыҡты?

Әхирәтем Төркиәлә йәшәй. Үҙ илендә рәхәт тормош күрмәй, эскесе булдыҡһыҙ иренән ҡасып китергә мәжбүр булды. Төрөк теле менән мәктәптә уҡығанда уҡ ҡыҙыҡһына ине. Бала саҡтан танышмын икеһе менән дә. Яратышып өйләнештеләр. Эскән, ситкә йөрөгән ир түгел ине. Ни өсөн шулай килеп сыҡты? Сәбәбен әхирәтем Төркиәлә ай ҙа йәшәп өлгөрмәҫ элек аңланы, үҙе әйтеүенсә. Фатир таба алмай йөрөгәнендә бер ғаилә ярҙам ҡулы һуҙа, йәшәргә индерә. Ғаиләлә ике ҡыҙ. Тупһа аша атлап ингәс тә өйҙәге тыныслыҡ, бөхтәлек, яҡтылыҡ күҙгә салына. Оло ҡыҙҙың туйы икән ике аҙнанан. Көнө буйына күрше-күлән, туғандар килеп-китеп тора. Һәр береһе эш араһында ҡыҙҙы ғаилә ҡороу нескәлектәре менән таныштыра. Таныштыра тиеү ҙә дөрөҫ түгелдер. Ҡыҙ баланы бәләкәйҙән өйрәтәләр быға Төркиәлә. Әммә бына ундағы тәжрибә уртаҡлашыуҙар бер ҙә генә беҙҙәгенә оҡшамаған бит. Әхирәтем Америка асҡандай тыңлап ултырҙым ти. Беҙҙе еңгәләр ҙә, әсәйҙәр ҙә нимәгә өйрәтә бала саҡтан? Иреңде ҡотортма, тигәндән башланып китә нотоҡтар. Иреңдең картаһы һиндә булһын, ти әсәй. Юғиһә, булған аҡсаһын машинаһына йә юҡ-барға тығып бөтөр. Үҙ туғандарынан үтмәҫ аҡсаһы, ҡаты тот, тиҙәр. Ҡәйнәңә ҡол булма, уларға сәсең менән ер һеперһәң дә ярап булмай, тип ебәрә еңгәләр. Ирҙәргә көнөң ҡалһа, мәңге байый алмаҫһың. Улар ашау-эсеүҙе генә ҡайғырта, ти өлкән инәйҙәр. Ҡотортоп әллә нимәләр бешереп ятма. Беренсе көндән теҙгенде тотмаһаң, елкәңә менеп ултырыр. Ир нимә өсөн, эшләһен, ә һин үҙеңде ҡара, тиҙәр. Беҙҙә шул тәүге көндән ирҙе ҡаты тотам тип "билен һындыралар" ҙа инде уның. Әле йүнләп белмәгән дә ҡәйнә аждаһа булып күренә башлай. Ғаилә тормошон ҡатын-ҡыҙ көндәлек һуғыш яланына әйләндерә шулай итеп. Ир тәүҙә бил бирмәй маташа. Әммә ҡатындың амбразураһы ныҡ. Әленән-әле иргә һәм уның туғандарына ҡаршы һөсләп тороусы әсәйҙәр, еңгәләр, апайҙар, инәйҙәр бар бит! Ир - ҡорос ат түгел. Ул да һына. Йә эскегә һалыша; йә үгеҙ үлһә - ит, тип ҡул һелтәй, дәрте һүнә; йә ҡатынының ҡуштанына әйләнә. Бына ниндәй тәрәндә ята ул беҙҙең төп бәлә? Ирҙе юҡҡа сығарабыҙ. Ә һуңынан уның үҙен ғәйепләп ҡуябыҙ.Ә Төркиәлә.... Ир - ғаилә башлығы. Ирҙе ир итеп ҡарамаһаң, үҙеңә хөрмәт булмаҫ. Ирҙең төп бурысы - олоғайған ата-әсәһен ҡарау. Ҡатын атай-әсәйҙән өҫтөн түгел. Шуға күрә, ғаиләһе менән үткәрәсәк ваҡытын ата-әсәһенә бүлә икән, ул ир ихтирамға ғына лайыҡ. Бер ҡасан да иреңдең күпме аҡсаһы барлығы менән ҡыҙыҡһынма. Иреңде ир итеп күрһәң, үҙе үк ғаиләһенә алып ҡайтыр. Һәр тинен һанап, кеҫәләрен тикшереп йөрөһәң, ирҙең битенән көлөү була был. Эшһеҙ булма. Өйҙә ятҡан ҡатындың ҡәҙере китә. Ир дуҫтары, туғандары алдында ғорурланырлыҡ аҡыллы, матур, егәрле ҡатын бул. Иреңә тауыш күтәрмә, тыныс итеп еткер әйтер һүҙеңде. Ҡысҡырған ҡатындан тиҙ ялҡып, тыныслыҡ эҙләп өйөнә ҡайтмай ситкә эйәләшеүе бар. Иреңдән бөркөт яһаһаң, уның ҡанаты аҫтында ҡурсаулы ғына йәшәрһең балаларың менән. Иреңде меҫкен турғай итһәң, уны үҙеңә ҡарап йөрөтөргә тура киләсәк. Ғаилә башлығы булыу ай-һай ауыр.
Бына шундай нотоҡтар бирҙеләр буласаҡ кәләшкә Төркиә ҡатындары. Ер менән күк, беҙҙеке менән сағыштырғанда. Уларҙы тыңлайым да, инәй-апайҙарымдың тауышы ҡолаҡҡа салынып киткәндәй: "Ирҙе ҡотортма!" Ысынлап та шулай бит.
Әхирәтем ярты йыл шул ғаиләлә йәшәп, күрше йорт бушағас, шунда күсеп сыға. Әммә үҙемдең туғандарым һымаҡ әле лә ҡатышып йәшәйем, ти. 8 йыл була инде. Ә теге кәләш ысынлап та аҡыллы ҡатын булып сыҡты, ти. Ул һәм ҡыҙ үҫтереп, ҡәҙерле ҡатын булып, матур итеп донъя көтә. Үҙенең фирмаһын да асып ебәргән. Ир ир урынында булғас, балалар итәғәтле. Өс ҡатлы өй һалып ебәргәндәр. Ожмах утрауында ғына йәшәйҙәр. Ул ғына түгел. Бөтә аралашҡан ғаиләләрҙә лә тыныслыҡ, татыулыҡ, етеш тормош. Аҙғын ҡатындар ҙа, эскесе ирҙәр ҙә һирәк күренеш.
Тимәк, беҙ үҙебеҙ яуаплы бит күп нәмәгә. Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән йорт эштәренә өйрәтеп, ғаилә ҡиммәттәрен аңлатып үҫтерһәк, бәхетһеҙ ғаиләләр булмаҫ ине. Ирҙәрҙең бәҫен төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙы көслө итергә маташыу ғаилә ныҡлығына килтермәй. Илебеҙ ҙә бит түбәнгә генә тәгәрәй. Төркиәлә ярлы тип һаналған халыҡ та беҙҙең байҙарҙан кәм йәшәмәй. Уйланырға урын бар....
Текст һәм фото: https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_190%2Fall
Читайте нас: